Республика көнө айҡанлы һөйләшеү

Республика көнөнә бәйле байрам 24 йыл инде үткәрелә, йәғни ойоштороу, йөкмәтке йәһәтенән ҙур тәжрибә бар, улар халыҡҡа ла бик оҡшай. Шулай ҙа һәр йыл үҙенең өҫтәмәләрен индерә тора, әлбиттә, һәм улар быйыл да бар – улар спорт уйындары ла, мәҙәни-күңел асыу, сәнғәт саралары ла – бының өсөн бик күп майҙансыҡтар бирелгән.

Асыҡ студия
Республика көнө айҡанлы һөйләшеү
Асыҡ студия

Байрамға республика яҡшы күрһәткестәр менән килә – төп иҡтисади-социаль йүнәлештәр буйынса үҫеш күҙәтелә.

Алып барыусы: Рәсүл Сәғитов.

 

Ҡунаҡтар: фәлсәфә фәндәре докторҙары Фәнил Фәйзуллин менән Айрат Зарипов.

 

Фәнил Фәйзуллин. Республика көнө беҙҙең өсөн оло байрам. Был көндә ғәҙәттәгесә уңыштар һәм киләсәккә маҡсаттар тураһында һүҙ алып барыла. Байрам уңайынан тантаналы ултырышта Башҡортостан Президенты үҙ сығышында ошо хаҡта һөйләне. Ул уңыштар һәм хәл ителәһе мәсьәләләрҙе әйтеп үтте. Беҙ ҙә ошо йәһәттән булған һорауҙарҙы асыҡ билдәләп, проблемаларҙы бергәләп хәл итергә тейешбеҙ.

Украиналғы хәл-ваҡиғаларға килгәндә, улар Рәсәй өсөн сигнал булып тора. Әгәр Рәсәйҙә Украиналағы кеүек милли мәсьәләләрҙе хәл итә алмаһаҡ, федераль принциптар иҫәпкә алынмаһа, беҙҙә лә күрше дәүләттәге күренештәр барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ошо проблемаларҙы хәл иткәндә генә яҡты киләсәккә өмөт итеп була.

Суверенитет  билдәле бер биләмәлә айырым территориаль берәмектең мөстәҡиллеген, дәүләтселеген күрһәткән билдә булып тора. Рәсәйҙә был күренеш милли суверенитет тип атала. Суверенлы республика ошо биләмәлә йәшәгән бөтә халыҡтар өсөн үҙ ерендә хужа булыу тигән һүҙ. Суверенитет  халыҡтың азатлығы, халыҡтың үҫеше өсөн кәрәк.

Башҡортостан - Рәсәйҙә федерализмға нигеҙ һалыусы төбәк. Был Иван Грозныйҙың дәүеренә үҡ ҡайтып ҡала. Беҙ Рус дәүләтенә ҡушылғанда, үҙ талаптарыбыҙ менән индек. Ә 20-се быуат башында Башҡортостан тәүгеләрҙән булып автономия иғлан итте. 90-сы йылдарҙа иһә республикабыҙ шулай уҡ тәүгеләрҙән булып 

суверенитет таныны һәм Рәсәй халыҡтарының үҙаның, үҙбилдәләнешен үҫтереүҙә төп көс булып торҙо.

Башҡортостандың суверенитеты тураһындағы Декларация республикалағы барлыҡ байлыҡ унда йәшәгән халыҡтыҡы тип билдәләне. Документ Республика Конституцияһы өсөн ҡушымта булды. Бөгөн төп документтың ҡайһы бер пункттарын ҡайтанан ҡарап сығырға кәрәк. Федератив принциптар, суверенлыҡ тигән төшөнсәләр юғалып бара. Беҙгә үҙебеҙҙең стратегия кәрәк. Украиналағы һуңғы ваҡиғалар федератив принциптар мәсьәләһен ҡайтанан ҡарауҙы күтәрә.

Суверенитет һүҙе бөгөн дә әһәмиәтен юғалтманы, ул кәрәк. Беҙ халыҡтың азатлығы тураһында уйлайбыҙ икән, тимәк,  кеше һәм граждандың тиң хоҡуҡтарың күҙ уңында тотабыҙ. Суверенитет  ул халыҡтың киләсәге тигән һүҙ. Республикалар суверенлы булып ҡалырға тейеш. Уның принциптары һаҡланырға тейеш.

 

 Айрат Зарипов. Федератив принциптар, үкенескә ҡаршы, ҡағыҙҙа – Конституцияла ғына ҡалды. Суверенитет яулау Башҡортостанға башҡа илдәр менән бәйләнештәр булдырырға, иҡтисадты үҫтерергә булышлыҡ итте.

СССР тарҡалыу ваҡытында суверенитеттар парады булды. Әле 20 йылдан ашыу ваҡыт үтте. Бөгөн дә суверенитет парады дауам итә. Халыҡ үҙбилдәләнешен бер ҡасан да бер ҡайҙа ла онотмай. Һәр халыҡ үҙаллы йәшәү мәсьәләһен һәр ваҡыт күтәреп сыға.

Башҡортостан үҙ суверенитетын яуланы. Яуланы, сөнки ҡыҙыу осор булды, шулай ҙа дәүләтселекте таныу тыныс уҙҙы. Бөгөн дә Европала бойондороҡһоҙлоҡ, үҙаллылыҡ ынтылышы асыҡ күренә. Шотландия, Каталониялағы ваҡиғалар ошоно асыҡ дәлилләй. 

Бөгөн ҡайһы саҡта суверенитет һүҙенең мәғәнәһен алмаштырырға ниәтләйҙәр. Суверенитет, йәғни, сепаратизм, тиҙәр. Суверенитет  айырылыуҙы аңлатмай, ул халыҡтың айырым биләмәлә үҙбилдәләнешен  аңлата. Суверенитет  үҙ өйөңдә хужа булыу һәм унда йәшәүсе бар халыҡтарҙың хоҡуҡтары тигеҙ булыуын аңлата.  

Фото №1 - Республика көнө айҡанлы һөйләшеү
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Акции БСТ