Рәсәйҙә Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

Рәсәйҙә 1917 йылда тәбиғәтте ҡурсалау эшенә нигеҙ һалына. Ошо уҡ йылда беренсе ҡурсаулыҡ асыла. Ул "Баргузин дәүләт ҡурсаулығы" исемен йөрөтә. 1999 йылдың октябрендә илдә яңы һөнәри байрам – ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө барлыҡҡа килә.

Асыҡ студия
Рәсәйҙә Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.
Асыҡ студия

                                          

Тапшырыу авторы: Зөһрә Арсаева.

 

Ҡунаҡ : “Шүлгән-таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәре Зилә Ибәтуллина.

 

Зилә Ибәтуллина. Һуңғы ун йыл эсендә байтаҡ илдә булырға тура килде. Рәсәй күләмендә сағыштырмаһам да, элекке союздаш республикалар менән сағыштырыу мөмкинлеге бар. Яңыраҡ Грузияла булып ҡайттым, унда 15-ләгән ҡурсаулыҡ иҫәпләнә. Һәм ҡурсаулыҡтарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән эш беҙҙән ҡайтышыраҡ. Был йәһәттән үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәр менән ғорурлана алабыҙ.

1986 йылда “Прибельский” филиалынан айырылып, айырым “Шүлгән-таш” ҡурсаулығы булып киттек. Беҙҙең ҡурсаулыҡтың төп йүнәлештәренең береһе – башҡорт ҡорто “Бурзяночка”ны һаҡлау. Ер шары, ил буйынса солоҡсолоҡ бары беҙҙә генә һаҡланған. Төрлө яңы үҫемлек, үлән төрҙәре лә  табыла.  Беҙҙең ҡурсаулыҡта бер ниндәй ҙә үләнде өҙөргә, ағасты һындырырға ярамай.

Элек ҡурсаулығыбыҙ ҡырағай туристарҙан ныҡ зыян күргән. Таштарҙағы һүрәттәр, яҙмалар тәбиғәткә кире йоғонто яһамай ҡалмаған.

Әлеге мәлдә ял көндәре сәйәхәт итер өсөн "Көнъяҡ Урал" ҡурсаулығы маршрутына ҡараған Бәләкәй Ямантауҙы, "Мораҙым" тәбиғәт паркын тәҡдим итер инем. Унан көнөндә әйләнеп ҡайтып була.

Александр Рюминдың тыуыуына  сентябрь айында 100 йыл тулды. ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫына ингән “ат” һүрәтен Рюмин 1958 йылда “Шүлгән-таш” мәмерйәһенең икенсе ҡатында таба. Һәм уны “Рюмин аты”  тип йөрөтәләр.

Йәй көнө беҙҙең музей комплексына штаттан тыш экскурсоводтар алына. Әлбиттә, конкурс нигеҙендә. Теләгән һәр кем фотокамера, фотоаппарат менән үтә ала. Бары тик эттәр генә ауыҙлыҡлы  булырға тейеш. Ял көндәрендә беҙҙең ҡурсаулыҡтарға меңләгән кеше инә ала. Интернетта сайтыбыҙ бар. Унан үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәрҙе табырға була. Йәшәү, ашау шартттары бар. Һәр миҙгелдә “Шүлгән-таш” ҡурсаулығы матур.  Ҡурсаулыҡ 22 мең ярым гектар майҙанда  урынлашҡан. Бөгөнгө көндә беҙгә  эшкә тәбиғәтте яратҡан йәштәр килә, түбән эш хаҡы уларҙы ҡурҡытмай.

Алтынсы тапҡыр фотоконкурс иғлан ителеп, бер нисә көндән уның еңеүселәре билдәләнәсәк. Фотокүргәҙмә менән танышырға теләүселәрҙе ноябрь айында Башҡортостан Республикаһының Милли музейында көтөп ҡалабыҙ. Һәм киләһе конкурстарҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ