Ветеринария хеҙмәтенең 9 айлыҡ эш һөҙөмтәләре.

17 октябрҙә ветеринария хеҙмәтенең 9 айлыҡ эш һөҙөмтәләре буйынса республика кәңәшмәһе үтә. Программа унда күтәреләсәк проблемалар тураһында фекер алышыуға ҡоролған.

Асыҡ студия
Ветеринария хеҙмәтенең 9 айлыҡ эш һөҙөмтәләре.
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы: Зөһрә Арсаева.

Ҡунаҡ: Башҡортостан ветеринария идаралығының йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы саралар ойоштороу һәм күҙәтеү бүлеге етәксеһе Дамир Хужин.

 

Дамир Хужин. Республика ветеринария хеҙмәте һуңғы йылдарҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшә.  Күптән түгел Мәскәүҙә уҙған “Алтын көҙ - 2014” күргәҙмәһендә беҙҙең эшкә юғары баһа бирелде. Һуңғы йылдарҙа республикала йоғошло сирҙәр күҙәтелмәй. Хәҙер “ҡотороу” ауырыуы кәмеп бара. Элегерәк йылына 300-400 осраҡ теркәлә торғайны. Күрше өлкәләрҙе алғанда, был күренеш уларҙа күпкә юғары. Район-ҡала властары тарафынан берәҙәк эттәрҙе, хужаһыҙ бесәйҙәрҙе кәметеү сараларын ойоштороу, ҡырағай  йәнлектәрҙе кәметеү өҫтөндә эшләү – улар барыһы ла яҡшы һөҙөмтә бирә. 

Ветеринария хеҙмәткәрҙәре ҡотороу ауырыуына ҡаршы прививкалар яһай. Бындай хеҙмәт элек 300 мең баш малға яһалһа, хәҙер уның иҫәбе 1 млн. 300 меңгә етә. Кәрәкле препараттар менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Федераль, республика бюджетынан, райондарҙағы ветеринария станциялары үҙҙәре әйләнешкә ебәргән аҡсанан   һатып алынған препараттар етерлек кимәлдә.

Беҙҙең хеҙмәттә лә проблемалар юҡ түгел. Тәү сиратта йәш белгестәр йәлеп итеү, яңы биналар төҙөү-төп проблема булып ҡала. Күпселек ветеринар пункттары үткән быуаттың 50 йылдарында төҙөлгән һәм уларҙы яңынан, заман талабына тап килтереп төҙөү кәрәк.

Малсылыҡ, йылҡысылыҡ, ҡошсолоҡ, сусҡасылыҡ комплекстары булһынмы, беҙ уларҙың барыһын да ҡурсалайбыҙ. Прививкалар яһайбыҙ, диагностика үткәрелә.

“Эхиноккокоз” ауырыуы бик ҡыҙыҡлы ауырыу. Карантин ауырыуы индерелмәүенә ҡарамаҫтан, беҙҙең Башҡортостанда был ауырыуға ҡарата бик күп саралар уҙғарыла.  Йыл һайын 1млн. һумға яҡын аҡсаға дарыу алабыҙ. Был ауырыу күпселек һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән төбәктәрҙә күҙәтелә. 2013 йылдан ул кәмеүгә бара. Элек эттәр араһында йыш осрай торғайны. Йылына уртаса 100 мең этте тикшерәбеҙ. Улар араһында эхиноккокоз менән зарарланған һигеҙәр мең эт осрай торғайны. Хәҙер был күрһәткес 80-гә ҡалды. Йыл һайын ярты миллион һуйылған түшкә иткә ветеринар экспертиза үткәреп, улар араһында дүртәр мең ошо ауырыу осрағы теркәлһә, хәҙер улар һаны  400-гә ҡалды.

Мал һуйыу нөктәләре булдырыу таможня талабы. Май айынан үҙ көсөнә инеүгә ҡарамаҫтан,  был эшкә яйлап инеп китеү өсөн ваҡыт бер ни тиклемгә кисектерелде. Бөгөнгө көндә республикала 14 мал һуйыу нөктәһе төҙөлһә, һигеҙе әҙерлек кимәлендә. Ошо йүнәлештә эш асыр өсөн ер һорап,  тағы ла 80-ләп ғаризалар тапшырылған. Балалар баҡсаларына, мәктәп-дауаханаларға шәхси хужалыҡтарҙа һуйылған иттәрҙе индермәҫкә тырышабыҙ.

Республикабыҙҙа ветеринария хеҙмәтен һаҡлап ҡалыу бик ҙур ҡаҙаныш, тип әйтер инем. Һәр ауылда, ҡалала  ветеринар хеҙмәткәр эшләй һәм уларҙың барыһы ла үҙ эшенә яуаплы ҡарай.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии