Халыҡ-ара фәҡирлеккә ҡаршы көрәш көнө.

17 октябрь - Халыҡ-ара фәҡирлеккә ҡаршы көрәш көнө. Тарихы 1987 йылдың 17 октябренә бәйле икән - шул көндө Парижда, шундағы майҙандарҙың береһендә, йөҙҙән ашыу кеше йыйылып, ярлылыҡтың яманлыҡ икәнен асыҡ белдергән, уның кеше хоҡуҡтарын боҙғанын аныҡ атаған.

Асыҡ студия
Халыҡ-ара фәҡирлеккә ҡаршы көрәш көнө.
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы Рәсүл Сәғитов.

 

Ҡунаҡтар: Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм эшҡыуарлыҡ институты профессоры Вәҡифә Хәйруллина һәм уның аспиранты Елена Ғиләжетдинова.

 

Вәҡифә Хәйруллина. Фәҡирлекте үлсәү берәмектәрен кешелек уйлап сығарырға тырыша. Тик ул шул тиклем шартлы әйбер. XV -XVII быуаттарҙы ҡарағанда ул саҡта бөтөнләй икенсе үлсәмдәр менән билдәләнгән. Кешелек цивилизация осоронда индустириализация дәүеренән мәғлүмәт дәүеренә күсте, тип әйтер инек. Әлбиттә, был төшөнсәнең мәғәнәһе, билдәләре үҙгәрә. Кеше тыуғанда барыһы ла бер тигеҙ булып тыуа, уның киләсәктә булдыҡлы йә булдыҡһыҙ булыуы ата-әсәһенә, йәмғиәткә бәйле. Хәҙерге заманда кешенең тормошҡа ҡарашын күҙаллағанда бер генә фәнгә нигеҙләнеп, аңлатып булмай. Сөнки иҡтисад фәне - йәш фән. XVI быуаттарҙа формалаша башлап, һуңғы йылдарҙа ғына беҙҙең илдәрҙең иҡтисади кимәле ныҡ айырылып киткән. Ошо күҙлектән ҡарағанда беҙ сама тигән нәмәне онотмаҫҡа тейешбеҙ. 70-се йылдарҙа “римский клуб”тың ағзалары “тотороҡло үҫеш” тигән тәғлимәтте фәнни нигеҙләнеләр. Сама белергә кәрәк икәнлеген йәнә иҫкә төшөрҙөләр. Артыҡ сарыф иткәндән бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫы билдәле. Америкала артыҡ ризыҡ ҡулланыуҙан, һимеҙ кешеләр күп. Уларҙың йәшәү рәүешен өлгө тип һанап булмай. Кешегә балыҡ тотоп бирергә кәрәкмәй, ә тоторға өйрәтергә кәрәк. Кешенең эшмәкәрлек кимәле үҫешергә тейеш. Әгәр ҙә беҙ кешенең хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтермәһәк, беҙҙең йәшәү кимәлебеҙ үҙгәрмәйәсәк. Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләгәндә ниндәй сәйәсәт алып барырға, ул сәйәсәт киләсәктә ошо килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеүҙең төп шарты буласаҡмы тигән күҙаллауҙы нигеҙ итеп алырға кәрәк. Беҙгә Аллаһы Тәғәлә тарафынан ер йөҙөндә иң күп майҙан бирелгән. Ҡаҙылма байлыҡтар, һыу, урман буйынса ниндәй байбыҙ. Кеше булғандың ҡәҙерен генә белмәй, дөрөҫ итеп ҡуллана белмәй. Японияны миҫалға алғанда, майҙандары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, иң бай халыҡ. Беҙ Хөкүмәткә нығыраҡ ышанып өйрәнгәнбеҙ һәм һәр саҡ унан нимәлер көтәбеҙ. Беҙгә сәйәсәтте инҡар итмәй, фәҡирлеккә ҡаршы көрәш алып барырға кәрәк. Үҫеп килгән быуынды хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрерлек итеп тәрбиәләргә кәрәк. Бөтә донъя масштабында барған көрсөк арҡаһындағы хәл насарыраҡ булһа ла, уны тәбиғи күренеш, тип ҡабул итә белеү зарур. Йәшәйеш шарты түбәнәйә тип уйларға ярамай, быны сабыр уҙғара белергә кәрәк. Ә шулай ҙа кеше өсөн иң ҙур байлыҡ – һаулыҡ.

Башҡортостанда эттәргә чип беркетелә.
Башҡортостанда эттәргә чип беркетелә.
Асыҡ студия
"Асыҡ студия"ла иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев. Әңгәмәне Зөһрә Арсаева алып бара.
"Асыҡ студия"ла иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев. Әңгәмәне Зөһрә Арсаева алып бара.
Асыҡ студия
"Айыҡлыҡҡа юл". Спикер - медицина фәндәре докторы, профессор, Сәлиә Мырҙабаева.
"Айыҡлыҡҡа юл". Спикер - медицина фәндәре докторы, профессор, Сәлиә Мырҙабаева.
Асыҡ студия
Уфимская волна
Акции БСТ