Шағир, журналист Азамат Юлдашбаевҡа - 50 йәш.

"Азамат Юлдашбаев. 50" - тип тәҡдим ителә тапшырыу.  Йәғни уның шәхесенә, ижадына, ижтимағи эшмәкәрлегенә, тормоштағы төрлө күренештәргә шәхсән ҡарашына бәйле әңгәмә ҡороласаҡ.

Асыҡ студия
Шағир, журналист Азамат Юлдашбаевҡа - 50 йәш.
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы: Рәсүл Сәғитов.

 

Ҡунаҡ: шағир, "Ватандаш" журналының баш мөхәррире, йәмәғәт эшмәкәре Азамат Юлдашбаев.

 

Азамат Юлдашбаев. “Юбилей” минең өсөн ят төшөнсә. Һуңғы ун-ун биш йыл тыуған көндө  ғәҙәти көн булараҡ ҡабул итәм. Һәм ул мәңгелектең бер киҫәге. Йәшәлгән көндөң һәр минуты, сәғәте, аҙнаһы, айы, йылдары -– улар барыһы ла минеке. Тыуған көн үткәргәндәргә лә, үткәрмәгәндәргә лә хөрмәт менән ҡарайым. Минең тыуған көнөмдө байрам итергә бер генә кеше – әсәйем генә хаҡлы. 10 октябрь, 50 йәш тулған көндә, үҙем булып ҡалыуҙы һаҡлап ҡалырға теләнем, һәм ул килеп сыҡты ла.

Йәштәр менән аралашам. Сөнки беҙҙең быуын, беҙҙән өлкәнерәк быуын, ике  яҡлап стандарттар системаһында үҫкән быуын. Йыш ҡына һүҙҙәр ғәмәлдән, эштәр уйҙан айырыла.  Һуңғы егерме йыл эсендә белем алып үҫкән быуын ҡуйынында ниндәйҙер таш йөрөтмәй, көнсөллөк юҡ, уйлағанын асыҡтан-асыҡ әйтә ала. Бөгөн халыҡ киләсәккә имтихан тота. Өфөлә генә  дүрт-биш йәштәр ижтимағи ойошмаһы бар. Улар эсмәй, тартмай,  әүҙем тормош менән шөғөлләнә. Миңә улар менән ҡыҙыҡ.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,үҙемдә шундай һорау тыуа: илленән һуң уларға минең менән ҡыҙыҡ микән?!...  

Шиғыр – билдәле бер осорҙағы күңел торошоңдоң фотоһүрәте, минең кисерештәремдең сағылышы. Китап сығарыуҙы шәхси тормошомда һәм башҡорт әҙәбитедонъяһында ниндәйҙер бер ваҡиға булып торорға тейеш тип ҡарайым. Үҙем алдында ниндәйҙер ваҡиға булырлыҡ әйберем бар һәм шуны уҡыусыма еткерәм, тип әйтә алмайым. Ижад ихласлыҡты ярата, ижад үҙ-үҙең менән  һөйләшеү ҙә ул.

Социаль селтәр, интернет уҡыусы менән төп бәйләнеш сығанағы булып тора. Ә шулай ҙа, ҡағыҙ китапты бер нәмә лә алыштырмаясаҡ.  Китап культҡа һәм модаға әйләнергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиғалар ошолай дауам итһә, бер 7-8 йылдан һуң ҡаҙна иҫәбенә китап сығарыу мөмкин булмаясаҡ.

Бер-береңә ярҙам итеп йәшәү булған һәм буласаҡ. Әгәр ижадта кемдеңдер балҡышы бар икән, уны уртаҡ шатлыҡ итеп ҡабул итергә кәрәк.    Ижадта һәр бер күренеш, һәр бер шиғыр, һәр бер проза әҫәре беҙҙең уртаҡ тирмәнгә һыу ҡоя. 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти