Өфөлә "Аҡбуҙат" Халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивале үтәсәк.

Башҡортостанда беренсе тапҡыр “Аҡбуҙат” Халыҡ-ара милли һәм этник кинофильмдар фестивале үтәсәк.

Асыҡ студия
Өфөлә "Аҡбуҙат" Халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивале үтәсәк.
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы: Зөһрә Арсаева.

 

Ҡунаҡ: “Башҡортостан” киностудияһы режисеры Вилүрә Иҫәндәүләтова.

 

Вилүрә Иҫәндәүләтова. Мәҙәниәт йылында республика Хөкүмәте тарафынан грант иғлан ителгәйне. Беҙҙең “Башҡортостан” киностудияһы ла ҡатнашырға теләк белдерҙе. 10 миллионлыҡ грантҡа Халыҡ-ара милли һәм этник кинофильмдар фестивален үткәреү һәм үҙебеҙҙең киностудияның үҙ павильонын төҙөү ҡаралған. Мәртәбәле грантҡа үткәс, ошо йүнәлештә эш башланыҡ. Тәүҙә фестиваль “Көмөш Аҡбуҙат” тип аталырға тейеш ине. Һуңынан “Аҡбуҙат” тип ҡалдырырға булдыҡ. Өс йүнәлеш буйынса ойоштороласаҡ конкурста тулы, ҡыҫҡа метражлы һәм документаль фильмдар тәҡдим ителәсәк. Бөгөн фестивалдә ҡатнашырға теләк белдереп Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән йөҙҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Был фестиваль беҙҙең республиканың мәҙәни тормошондағы төп сараларҙың береһе. Бындай абруйлы сара күрше төбәктәрҙә күптән үтә. Миңә Ҡазан ҡалаһында мосолмандарҙың 10-сы Халыҡ-ара кинофестивалендә “Мөрйәнән күтәрелә төтөн, бер үк һүрелмәһен” документаль фильмым менән ҡатнашырға тура килде. Матди байлыҡҡа ҡыҙыҡмаған, ябай нәмәнән тормош йәме тапҡан геройҙы тамашасы бик йылы ҡабул итте. Ҡыҫҡа метражлы, документаль фильмдар килеүен дауам итә. Һәм 25 октябрҙә ошо фестивалгә үткән кинофильмдарҙың исемлеге билдәле буласаҡ. Кинофильмдар ниндәй илдән килеүенә ҡарамаҫтан, һәр береһенең үҙенә хас милли йөҙө һәм этник һыҙаты бар. Уларҙы “Актерҙар йорто”нда һәм “Родина” кинотеатрында ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. Рәсәйҙең билдәле режиссерҙары саҡырылған, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү күҙаллана. Сит илдән килгән фильмдарҙың тәржемәһе субтитрҙа инглиз телендә буласаҡ. Был фестивалдә Башҡоpтостандан Булат Йосопов, Айнур Асҡаров һәм башҡа режиссерҙарҙың кинофильмдары тәҡдим ителәсәк. 27-29 ноябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә үтәсәк “Аҡбуҙат” Халыҡ-ара милли һәм этник кинофильмдар фестиваленә рәхим итегеҙ!

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Уфимская волна