Статистика мәғлүмәттәрендә дөйөм ил тормошо.

Статистика барыһын да белә. Статистика күрһәткестәренә ышанырғамы, әллә юҡмы?

Асыҡ студия
Статистика мәғлүмәттәрендә дөйөм ил тормошо.
Асыҡ студия

 

Тапшырыу авторы:Вадим Лаврентьев.

Ҡунаҡ: "Башҡортостанстат" идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин.

 

Рөстәм Ғатауллин.Статистика фәненә 18-се быуатта нигеҙ һалынған. Ә дәүләт хеҙмәте булараҡ ул Рәсәйҙә ике быуат элек барлыҡҡа килгән. Өфө ҡалаһында статистика хеҙмәте Рәсәй губерниялары араһында беренсе булып төҙөлгән.

Беҙҙең эшмәкәрлек һөҙөмтәһе булып статистика мәғлүмәте йыйынтыҡтары тора. Йыл да ундай йыйынтыҡтарҙы 30-50 төрҙә сығарабыҙ. Күләмле эштәрҙә: халыҡ иҫәбен алыуҙа йә ауыл хужалығы иҫәбен үткәреү һөҙөмтәләрен баҫтырғанда, улар күберәк, ә ҡәҙимге йылдарҙа әҙерәк сыға. Бер көн эсендә 6-10 төрлө статистик мәғлүмәткә һөҙөмтә яһала. Дөйөм йәмғиәт мәнфәғәтенән сығып эшләгәс, кеше һәм уның тирә-яғындағы мөхиттә бөтөн булған үҙгәрештәрҙе һандарға әйләндереп теркәп барабыҙ. Ә ул һандар дөрөҫмө тиһәгеҙ, яуап шул: башҡаса һандар юҡ. АҠШ-ҡа коллегаларыбыҙҙың эшмәкәрлеге, тәжрибәһе менән уртаҡлашырға барғайныҡ. Рәсәй менән сағыштырғанда, уларҙа статистик хатаның күберәк булыуын күреп, нисек шул һандар менән эш итәһегеҙ, тип тәнҡитләгәйнек, улар ҙа бүтәнсә һандар юҡ, тип яуапланы. Беҙгә килеп иҫәпләргә өйрәнегеҙ, тип ҡайттыҡ.

Һандар ысынбарлыҡҡа мөмкин тиклем яҡыныраҡ булһын өсөн, бүтән ойошмаларҙың күрһәткестәре, төрлө илдәр, Рәсәй өлкәләрендәге мәғлүмәттәр менән дә сағыштырабыҙ. Иҫәпләүҙәрҙең дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүен һәр ваҡыт күҙәтеп барабыҙ. Ғәмәли эшмәкәрҙәр булараҡ, бурысыбыҙ - билдәләнгән фәнни нигеҙҙәге методология буйынса иҫәпләүҙәр, үлсәүҙәр алып барыу.

Күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған уртаса эш хаҡы буйынса һандарға күскәндә, беҙ республиканың 15 мең предприятеһынан ай һайын мәғлүмәт алып торабыҙ. Махсус федераль статистика формаһында хеҙмәткәрҙәр һаны һәм эш хаҡы фонды күрһәтелә. Шуларҙы дөйөмләштереп, республика буйынса уртаса эш хаҡын иҫәпләп сығарабыҙ бөтөн йүнәлештәрҙә. Әйтәйек, быйылғы 8 айҙа уртаса эш хаҡы 23 мең 780 һум тәшкил иткән. 2013 йыл менән сағыштырғанда 7 процентҡа үҫеш тигән һүҙ. Федераль округта был күрһәткес буйынса беҙ 5-се урындабыҙ. Иң юғары эш хаҡы алыусылар нефть сығарыу, химия, торба транспорты, кредит һәм финанс өлкәһендә эшләй, улар яҡынса 60 мең ала. Иң түбән эш хаҡы ауыл хужалығына тура килә.

Бөгөнгө көндә йәмғиәтте беҙҙең статистика мәғлүмәттәре менән файҙаланырға өйрәтеү мөһим, улар асыҡ. Беҙҙең сайтта мәғлүмәттәр донъя күреп тора, статистик йыйынтыҡтарыбыҙ ҙа баҫыла, шәхсән мөрәжәғәт итеүселәргә лә һорауҙарын асыҡларға ярҙам итәбеҙ.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ