Иранда бәшкәрттәр йәшәй

Ирандың көнъяҡ-көнсығышында бәшкәрт халҡы йәшәй. Улар менән башҡорттар араһында бәйләнеш бармы? Бөгөнгө программала ошо һорауға яуап эҙләрбеҙ. 

Асыҡ студия
Иранда бәшкәрттәр йәшәй
Асыҡ студия

 

Тапшырыу авторы: Зөһрә Арсаева.

 

Ҡунаҡтар: Гуманитар тикшеренеүҙәр институты белгесе, танылған этнолог Закирйән Әминев.

 

Закирйән Әминев. Иранда “бәшкәрт” тигән халыҡтың йәшәүе фәнгә йөҙ йылдан ашыу мәғлүм. Унда бер нисә инглиз ғалимы сәйәхәт ҡылған, һуңғыһы 1956 йылда булған. Рәсәй Империяһынан, Советтар Союзынан, Рәсәй фәндәр акдемияһынан бер генә ғалим да булмаған.

Фән  менән студент саҡтан ҡыҙыҡһындым. Этнография мине үҙенә ылыҡтырһа ла, икенсе өлкәлә эшләнем. Һөнәрем буйынса – прокурор. Тормош тәжрибәм ҙур булыуы фәнгә еңел инеп китергә ярҙам итте. Төрлө милләт, уларҙың йәшәү рәүеше һәр ваҡыт ҡыҙыҡһындыра ине. “Вокруг света”, “Наука и жизнь” журналдарын алдырҙым, китапханаларҙан сыҡмай торғайным. 70-се йылдарҙа Иран картаһында Бәшкәрт һыртын күреп ҡалдым. Ҡыҙыҡһынып, эҙләнә торғас, шундай халыҡ барлығын белдем.

Иранда фарсы телле халыҡ йәшәй. Бәшкәрттәр аҙ һанлы халыҡ, 20 йыл элек 70 мең тирәһе булған, бөгөн 100 меңдән ашыуыраҡ. Тыныс, ғорур халыҡ. Улар Хармузган провинцияһында йәшәй. Фарсы ҡултығындағы Бендер аббас тигән ҡала иң яҡын ҡала, Ирандың иң ҙур порты. 70-80 саҡырымда Минат тигән ҡала, унда 50 меңдән ашыу халыҡ йәшәй. Күпселеген бәшкәрттәр тәшкил итә. Бәшкәрт тигән тауҙарҙа йәшәй улар.  Ирани төркөмгә ҡараған телдә һөйләшә. Фарсы теле дәүләт теле, шуға ла мәктәптә уҡытыу фарсы телендә. Ислам динен тоталар. Антропологик һыҙаттары буйынса улар ҡаҡсараҡ. Мине улар афған йә тажик тип уйланы. Башҡорт тиһәң, донъяла ундай халыҡ барлығын белмәйҙәр, Рәсәйҙән килдем, тиһәң ҡыуанып китәләр, беҙҙең илде ихтирам итәләр.

Үҙҙәренең ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлайҙар, ҡорбан байрамы беҙҙән бер көнгә һуңлап бара. Зыяратҡа барып ҡорбан салып, аят уҡыйҙар. Йола үтәгәндә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-аттар ҙа битлек кейә.

Бәшкәрттәр менән башҡорттар бер тамырҙанмы, ике милләт араһында бәйләнеш бармы, тигән һорау асыҡ ҡалды. “Бәшкәрт” тигән милләт ҡайҙан килеп сыҡҡанын аңлата алманылар, бары тик күсенеп йөрөгән халыҡ булыуҙарына ишараланылар.  Беҙ сит кеше булараҡ артыҡ сиселеп тә барманылар.        

Иранда ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйберҙәре беҙҙең боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарыныҡына оҡшаш. Башҡорт ырыуҙарын һанап күрһәткәс, унда ул ырыуҙар юҡ булып сыҡты.

Уларҙа теле-радио тапшырыуҙар фарсы телендә бара. Бәшкәрттәргә “Урал-батыр” эпосының персонаждарын һанап, Шүлгән,тигәс шүл йә иһә һул яҡ тигәнде белдерҙеләр. Зәрҡүм -  фарсы һүҙлегендә “арыҫлан” тигәнде аңлата, күк менән бәйле тинеләр. Оҙаҡламай бәшкәрттәрҙең айырым һүҙлеге донъя күрәсәк.

Уларҙа ла ҡурайға оҡшаған инструмент булған, хәҙер бер 20 йыл тирәһе уны күргәндәре юҡ. Көйҙәре беҙҙең көйгә тартым. Исемдәргә килгәндә: Риза, Надир, Вәхит... Малсылыҡ менән шөғөлләнәләр, кәзә, һарыҡ үрсетәләр. Элек ат тоттоҡ, һунарға йөрөнөк, тиҙәр. Хәҙер ат тотмайҙар.

Унда дини фанатизм күрмәнем. Ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡ ябына, пәрәнжә бөркәнеп йөрөмәй. Ҡунаҡсыл халыҡ. Итле аш ашайҙар, ҡара сәй эсәләр. Эскелек юҡ.

Ирандың киләсәге бар. Иҫкене емерәләр, яңыны төҙөйҙәр, юлдар һалына, тип-тигеҙ.

Фән бер генә урында тормай. Әле асыҡлаясаҡ һорауҙар алда. Был сәфәргә беҙ үҙ аҡсабыҙға йөрөп ҡайттыҡ. Беҙгә бер кем дә Иранға бар, тимәне. Тарих фәндәре кандидаты Юлиә Әбсәләмова, тәржемәсе Зәлифә Әбүбәкирова, этнолог Гөлнәзирә Кинйәбаева, археолог Вячеслав Котовтан торған төркөм тупланыҡ. Күп кенә фәнни асыштар яһаныҡ һәм улар матбуғат битендә донъя күрер, тип уйлайбыҙ. Киләсәктә йәнә барырға теләк бар. Фәнгә тел белгән, тарих менән ҡыҙыҡһынған  йәштәр килһен ине!

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Уфимская волна