Комсомол - ысын тормош мәктәбе булды

Бөгөн Комсомолдың тыуған көнө.  Түңәрәк дата түгел. 100 йыллығы теүәл 4  йылдан була – тәүҙә аталғанса РКСМ (Рәсәй Коммунистик Йәштәр Берлеге) 1918 йылдың 29 октябрендә, Бөтә Рәсәй эшсе һәм крәҫтиән йәштәренең беренсе съезында ойошторола. 1926 йылда ул ВЛКСМ-ға әйләнә. Ойошма 1991 йылға тиклем 73 йыл дауамында  үҙ эшмәкәрлегенә тоғро ҡала.

Асыҡ студия
Комсомол - ысын тормош мәктәбе булды
Асыҡ студия

                 

Тапшырыу авторы:  Рәсүл Сәғитов.

 

Ҡунаҡ: "Башҡорт энциклопедияһы" ғилми-нәшриәт комплексы генераль директоры, оҙаҡ йылдар комсомол ойошмаларында эшләгән замандашыбыҙ - Уйылдан Сәитов.

 

 

Уйылдан Сәитов: "Комсомолдың тыуған көнө комсомол эшсәндәре өсөн байрам, йыл да беҙ бер-беребеҙҙе тәбрикләйбеҙ. Түңәрәк дата булғанда осрашып, аралашабыҙ. Үкенескә ҡаршы, йылдар үткән һайын ул тоноҡлана бара. Комсомолда эшләгән саҡта беҙ йәш инек, йырлап өмәләргә бара, йырлап йыйылыштарҙан ҡайта торғайныҡ. Һәр эшкә дәрт менән тотондоҡ. Комсомол - торомош мәктәбе булды. Октябрят, пионер, комсомол, профсоюз, партия – ошо теҙмә аша Совет осоро кешеләре үтте.

Элек кадрҙарҙы үҫтереү системаһы була торғайны. Беренсе комсомол ойошмаһы, гарком, райком төрлө органдарҙа эшләп  йәштәр  төрлө баҫҡыста үҫте. Беҙ, комсомол эшсәндәре,  партия өлкәһендә эшләүесләрҙә уң ҡулы, ярҙамсыһы булдыҡ.

Өлкә комитетында эшләгәндә торлаҡ-кооперативтары ойоштороуҙа, студент отрядттары төҙөүҙә комсомолдың өлөшө ҙур булды. Хәҙер студент отрядтарының ҡайтанан тергеҙелеүенә ыңғай ҡарайым. Эш күп, тик бушлай эшләй торған “волонтер” тигән төшөнсә  генә күңелде ҡыра. Ни өсөн кеше хеҙмәтенә хаҡ алмаҫҡа тейеш?!

Элекке замандағы кеүек йәш белгестәргә, эшсе кадрҙарына “Путевка”лар тапшырып, ҡайҙалыр эшкә ебәреүҙе планлы рәүештә ойошторһалар бик яҡшы булыр ине. Беҙ “Белорет - Шишмә” тимер юлын төҙөүгә, “БАМ” төҙөлөшөнә һәм башҡа төҙөлөштәргә комсомол путевкаһы буйынса күпләп йәштәрҙе ебәрҙек. Уларҙың байтағы шул яҡтарҙа төпләнеп ҡалды.

Комсомолдың етешһеҙлектәре йылдар үткән һайын нығыраҡ төҫмөрләнә. Комсомолға алыу буйынса Үҙәк партия комитетының разнарядкаһы  була торғайны. Сығанаҡтарҙан күренеүенсә 73 йыл эсендә комсомол ойошмаһы аша 160-200 миллион йәш кеше үткән. Был көсләп тағыу булмағанмы икән, тигән һорау тыуҙыра. 90-сы йылда Башҡортостанда  800 мең комсомолец иҫәптә торғаны билдәле.

Хәҙерге йәштәр үҙҙәренең күңел ҡушыуы буйынса йәштәр ойошмаларын ойошторһа, бөгөн дә алға әйҙәрлек эштәр күп".

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ