Бурыстарығыҙҙы ваҡытында түләгеҙ, суд приставтары борсомаҫ

Ни өсөн суд приставтары фатирҙарҙың ишеген емерергә мәжбүр? Ниндәй осраҡтарҙа граждан сит илгә сыға алмай? Алимент түләтеүҙең ниндәй юлдары бар?

Асыҡ студия
Бурыстарығыҙҙы ваҡытында түләгеҙ, суд приставтары борсомаҫ
Асыҡ студия

 

                                 Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара.

 

Программа ҡунаҡтары: Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы белгесе Хәмит Әбүбәкиров һәм Өфө районы суд приставтары хеҙмәте етәксеһе Зөлфәт Илбәков.

 

Зөлфәт Илбәков: "Тәү сиратта, суд  приставтары кеше хоҡуҡтарын яҡлай торған орган. Икенсенән, суд сығарған ҡарарҙың теүәл үтәлешен тәьмин итеүселәр. Алименттар түләтеү, кешене кире эш урынына урынлаштырыу, законһыҙ төҙөлөштәрҙе туҡтатыу, ҡанунһыҙ төҙөлгән биналарҙы һүттереү буйынса саралар күрәбеҙ.

Суд приставтары бурыслыларға рәсми хәбәр ебәрә һәм ундағы күрһәтмәне бурыслы кеше  биш көн эсендә үтәргә тейеш. Суд ҡарарын үтәмәгән осраҡта, штраф ҡаралған. Физик шәхестәргә - бер мең һум, ә юридик шәхестәргә биш мең һум күләмендә ул.

Бөгөн суд приставтарының эше заманлаштырылған технология буйынса алып барыла. Бөтә эштәр буйынса "мәғлүмәт банкы" бар. Теләге булған һәр кем интернет-сайтҡа инеп үҙенең бурысын ҡарай ала. Шунда уҡ “электрон янсыҡ” аша,  йә квитанция сығарып алып, бурысын түләй ала. Кешеләрҙең банктағы иҫәптәрен ҡулға алыу мөмкинлеге бар. Республика буйынса Сбербанк, Башскомбанк һәм УралСиб банктары менән әүҙем эшләйбеҙ.

Суд приставтары бурысы булған кешенең өйөнә инеп, көнкүреш техникаларына, ҡиммәтле нәмәләренә  арест һала ала. Ҡулға алынған мөлкәтте Росимущество һата. Ауыл ерендә мал-мөлкәткә малдар ҙа инә. Суд приставтары күҙәтеүе аҫтында бурыслы кеше малын һатып, тейешле аҡсаларҙы ҡайтара ала.

Граждандар Кодексына ярашлы юл хәрәкәттәрен боҙған өсөн ҡаралған штрафтарҙы түләү тураһындағы квитаницияны ике йыл дауамында, башҡа осраҡта өс йыл дауамында һаҡларға кәңәш итер инек.

Хеҙмәт ветерандарын, коллегаларымды  байрам менән ихлас күңелдән тәбрикләп, сәләмәтлек, именлек теләйем. Эшегеҙҙе яратып башҡарһағыҙ барыһы ла уңышлы килеп сығыр!"

 

Хәмит Әбүбәкиров: "Ҡайһы бер ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләмәй. Бындай осраҡтарҙа ла суд приставтары эш алып бара. Ағиҙел яры буйында төҙөлөштәргә ҡамасаулаған ике кафены, суд ҡарарына нигеҙләнеп, махсус техника ярҙамында һүттереп ташлаттыҡ.

Суд приставы булып һәр кем эшләй ала.  Ләкин уның үҙ маҡсаты булырға тейеш. Тәү ҡарамаҡҡа ябай күренгән был һөнәр “сүкеш менән һандал” араһында тора. Бер яҡтан, кеше яҙмышы, икенсе яҡлап ҡарағанда, суд ҡарарын үтәү кәрәк. Мәҫәлән, биналарҙы һүткәндә йәки мәжбүри рәүештә берәй ерҙән сығарғанда төрлө хәл булып тора. Ул саҡта һалҡын ҡанлы булып ҡалырға, айыҡ аҡыл менән эш итергә кәрәк. Суд приставтары һәр саҡ дөрөҫлөк юлында. Улар закондарҙы үтәүҙе талап итә. 

Хәҙер бурыслыларҙың һаны кәмеүгә бара. Төрлө саралар үткәреп торабыҙ.  Район-ҡалаларҙа водителдәрҙе туҡтатҡан саҡта, күптәренең бурысы түләнгән була, бурыстары булһа, урында уҡ түләүселәр осрай. Ҡала-район суд приставтары алимент түләмәгән ата-әсәләрҙе менән дин әһелдәрен осраштырып, төрлө өгөт-нәсихәт уҡыла. Уның һөҙөмтәһе бар. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ата-әсәләре ташлап киткән балаларҙы һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тота, төрлө акциялар уҙғарабыҙ. Яңы уҡыу йылы алдынан “Балаларыңды мәктәпкә әҙерлә” тигән ҙур акция үтте.

Суд приставтары ҡанунды теүәл үтәлеүен гарантиялаусы булып тора ала. 2009 йылда Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә суд приставтары хеҙмәте булдырылды. “Закондың көсө – уның үтәлешендә”. Суд приставтары  законды теүәл үтәүселәр булып тора. Законды үтәргә теләмәүселәр, ҡасып йөрөүселәр ҙә йыш осрай. Уны еренә еткереп үтәтеүсе төп хеҙмәт - суд приставтары.

Һөнәри байрам айҡанлы хеҙмәттәштәремә еңел булмаған эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем". 

 

Редакциянан:

Хөрмәтле тыңлаусылар, һорауҙарығыҙ булһа ошо телефондар буйынса шылтырата алаһығыҙ.

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса эшләү бүлеге: 8(347) 273-59-68

Ышаныс телефоны: 8(347) 273-59-82

Рәсми сайттың адресы: r02fssprus.ru 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Пенальти