Бөгөн социологтар ниндәй мәсьәләләр өҫтөндә эшләй?

Бөгөн социологтар ниндәй мәсьәләләр өҫтөндә эшләй? Уларҙың хеҙмәте власть һәм ябай халыҡ өсөн әһәмиәтле һәм файҙалымы? Социологик тикшеренеүҙәр дөрөҫлөккә тап киләме?

Асыҡ студия
Бөгөн социологтар ниндәй мәсьәләләр өҫтөндә эшләй?
Асыҡ студия

Алып барыусы - Вадим Лаврентьев.

Программала профессор, социология фәндәре докторы, Өфө дәүләт авиация-техник университетының социология һәм социаль технологиялар кафедраһы мөдире Рауил Нәсибуллин ҡатнаша.

 

Рауил  Нәсибуллин: "Һәр кеше өсөн  социологияны белеү файҙалы. Сөнки һәр кем йәмғиәттә, илдә  ниндәй күренештәр  барғанын белергә  тейеш. Үҙебеҙҙең кем икәнде  белмәй,  тормошто  ҡороу  ауыр. Элек беҙгә, социологтарға ла, күпме кеше үлә, күпме тыуа, күпме кеше төрмәлә ултыра, күпме һәләк була - шундай мәғлүмәттәр ябыҡ  булды. Ә был турала кеше белергә тейеш. Унһыҙ  үҙен бүтәндәрҙән  йә  юғары итеп, йә  түбән  итеп  ҡуйырға өйрәнә. Беҙ  Халыҡты социаль яҡлау һәм  хеҙмәт министрлығы заказы буйынса  тикшеренеү  үткәргәйнек. Өлкән йәштәгеләрҙең тормошон өйрәнеү маҡсатында  ҡала-райондарҙағы ҡарттар йорттарында булдыҡ, уларҙың тормош сифаты тураһында  министрлыҡҡа белешмә  яҙҙыҡ. Шулай уҡ  халыҡтың эшмәкәрлегенә нимә  ҡамасаулай  тигән һорау буйынса  эҙләнеү-тикшеренеү ойошторҙоҡ. Баҡтиһәң, халыҡтың әүҙем эшмәкәрлегенә  иң күбе урындағы  чиновниктар ҡамасаулай  икән. Капитал етмәү мәсьәләһе лә  бар, уны хәҙер дәүләт хәл итергә тырыша. Эшләгән кешегә ни хәтлем ирек күберәк  бирелһә, беҙҙең иҡтисад  та  тиҙерәк үҫәсәк, Рәсәйгә ҡаршы  санкцияларға  ла бирешмәйәсәкбеҙ. Эшләгән кешегә ярҙам итергә кәрәк. Әлеге ваҡытта 400 мең кеше  иң түбән эш хаҡынан кәм  аҡсаға эшләй. Эшләгән  кеше  ярлы икән, тимәк, кемдер уны  алдап  эшләтеп  байый. Беҙҙә урынлашҡан предприятелар  беҙгә ҡарамай, уларҙың хужалары Мәскәүҙә йә сит илдә йәшәй, һалымдарын да беҙгә түләмәйҙәр. Сит илдә был мәсьәлә бик ҡаты ҡуйылған, предприятиелар табыштарының 50 проценттан артығын социаль өлкәгә бүлә.  Бер йыл эсендә Рәсәйҙә долларлы миллионерҙар 2 тапҡырға артҡан, ә беҙ бит 2 тапҡырға яҡшыраҡ эшләмәйбеҙ. Социологияла шундай закон бар: тормош кимәле түбән булған һайын, тапҡан аҡса  күберәк туҡланыуға  китә, беҙҙә хәҙерге осорҙа шундай  хәл күҙәтелә. Кешене кеше тип күрмәү - йәмғиәттең бәләһе, элекке ваҡытта ла, хәҙер ҙә  шулай. Быны төптән төҙәтергә кәрәк. Социология  шуға  өйрәтә".

 

 

 

Фото №1 - Бөгөн социологтар ниндәй мәсьәләләр өҫтөндә эшләй?
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ