Бөгөн Бөтә Донъя Фән көнө.
Тапшырыу авторы: Зөһрә Арсаева.
Программала Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәй эшҡыуарҙары Академияһы академигы, биология фәндәре кандидаты Рәзиф Рәпиев ҡатнаша.
Рәзиф Рәпиев: "Һәр кешенең тормошонда киҫкен мәл була. Ошо хәл 2002 йылда беҙҙең ғаиләгә килеп ҡағылды. Атайыма “яман шеш” диагнозы ҡуйҙылар. Уның иҫәнлегенә төшөмдә ике һүҙ ишеттем: саркафак һәм гәрәбә. Калининградҡа барып, бер нисә тонна 60 йыллыҡ гәрәбә алып ҡайттым. Шуның 1 тоннаһын Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан рапиүҙәктең бер бүлмәһенең иҙән, стена, түбәләренә түшәп, гәрәбә бүлмәһе ойошторҙоҡ. Төшөм, өнгә әүерелде. Һәм аллаға шөкөр, атайым иҫән-һау.
Беҙҙең гәрәбә бүлмәһендә космостан электрон гәрәбә инә. Уның үҙенең рәшәткәле ҡоролошонда, бөгөнгө көнгә тиклем 60 млн. ер ҡуйынында ятҡан гәрәбәлә, электрондар бар. Шул электрондар бильярдта шар ҡыуған кеүек оса башлайҙар һәм һәр бер гәрәбәнең киҫәгенән сығып бүлмәгә тулалар. Тәбиғәттә барыһы ла парлы. Кире һәм ыңғай иондар бар.
Һәр яңы эште башлар өсөн патент алырға кәрәк. Ун һигеҙ ай Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә патентлау эше барҙы. Һәм беҙгә 2023-сө йылға тиклем патент бирелде. Ошо патент буйынса Чехсловакия, Ҡаҙағстанда эш алып барыла. Гәрәбә ярҙамында дауалау ысулы хаҡында 18-19 быуат ғалимдарының яҙмаларында уҡырға була. Һуңғы йылдарҙа кеше тормошона химия ныҡлап ингәс, ул бер ни тиклем ситтә ҡалды. Хәҙер инде ҡайтанан ошо йүнәлеш медицина тармағында ҡулланыла. Таблетка кешене тулыһынса һауыҡтырмай, ә бары ниндәйҙер бер өлөшөнә генә ярҙам итә. Ә беҙҙең гәрәбә бүлмәһендә ултырған саҡта кешенең тән күҙәнәгенә бер юлы тәъҫир итә. Аҙыҡ-түлектең үҙендә лә гәрәбә бар. Мәҫәлән, ҡатыҡ, кефир кеүек һөт ризыҡтарына гәрәбә үлән аша үтеп инә. Гәрәбә муйынсаҡ, алҡалар кеше өсөн файҙалы. Уны күп яҡлап ҡулланырға була. Мәҫәлән, эскелектән арынырға, йөрәк сире менән дауаланырға ярҙам итә. Эшкәртелмәгән грәбәне муйынға, шулай уҡ һул ҡулға тағып йөрөгәндә файҙаһы күберәк. Беҙҙең фән өлкәһендә асыштар күп, шулай уҡ пландар ҙа ҙур. Ер йөҙөндә булған гәрәбәнең 90 проценты бары беҙҙең Рәсәйҙә генә. Киләсәктә ошндай үҙәктәр башҡа төбәктәрҙә лә асылыр тигән уйҙамын. Ә әлегә гәрәбәнең берҙән-бер үҙәге бары беҙҙең Башҡортостанда ғына. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Сипайлово биҫтәһе, Набережная урамы 1-се йорт. Беҙгә 8- 347-230-00-68 телефон һаны буйынса ла мөрәжәғәт итергә була. Хөрмәтле радиотыңлаусыларға сәләмәтлек теләйем!"