Юридик клиника һәр кемгә ярҙам итергә әҙер

 Тапшырыу мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм уларҙы тәрбиәләгән ғаиләләрҙе социаль яҡлау мәсьәләләренә арнала.

Асыҡ студия
Юридик клиника һәр кемгә ярҙам итергә әҙер
Асыҡ студия

 

Программала Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты юридик клиникаһы мөдире, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова һәм юридик клиника администраторы, Башҡортостандың “Аҙ тәьмин ителгән граждандарға хоҡуҡи ярҙам” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы  Рүзилә Яҡупова ҡатнаша.

 

                      Әңгәмәне Зөһрә Арсаева алып бара.  

 

Руфина Шаһапова: "Хоҡуҡ институтының юридик клиникаһы ун алты йыл дауамында халыҡҡа хеҙмәт итә. Ул бушлай хоҡуҡи ярҙам күрһәтә, шулай уҡ беҙҙең студенттарыбыҙ өсөн тәжрибә туплау үҙәге лә булып тора. Йылына меңгә яҡын төрлө йүнәлештәге һорауҙарҙы ыңғай хәл итергә ярҙам итәбеҙ. Тәбиғәт ғәрәсетәнән һуң, Нефтекама ҡалаһына, Краснокама һәм Яңауыл райондарына сығып, халыҡҡа юридик консультация ойошторҙоҡ, документтарҙы дөрөҫ итеп тултырырға өйрәттек. Халыҡ студенттарыбыҙҙың эшенән ҡәнәғәт. 

Һәр кем үҙ хоҡуғын белергә тейеш. Үҙегеҙҙе яҡларға өйрәнегеҙ, закондар һәр кемгә үҙ хоҡуҡтарын яҡларға мөмкинлек тыуҙыра". 

  

Рүзилә Яҡупова: "Беҙҙең клиника төрлө йүнәлештә эш алып бара. Кешегә социаль яҡтан ярҙам итеү – төп йүнәлештәребеҙҙең береһе. Ғаилә проблемалары, мираҫ һорауҙары, торлаҡ мәсьәләләре ҡарала. Тәүҙә халыҡ беҙгә нисектер икеләнеп ҡараһа, эшебеҙҙең һөҙөмтәһе кешеләрҙең фекерен ыңғай яҡҡа үҙгәртте. Уңыштарыбыҙ һәм еңеүҙәребеҙ  менән халыҡтың ышанысын яулап алдыҡ. Теорияны студенттар Хоҡуҡ институтында үҙләштерә, практиканы юридик клиникала ала. Студент китап уҡып ҡына юрист булып китә алмай. Клиника - ҙур тәжрибә майҙансығы.  Иң ҙур поекттарыбыҙҙың береһе - “Мине ҡулымдан тот!” проекты. Был эшкә психологтар ҙа йәлеп ителә.  Төп маҡсат - спайстарҙың һәм наркотиктарҙың кеше организмына насар йоғонто яһауын  балаларға аңлатыу эшен дөрөҫ ойоштороу.

 

Хөрмәтле тыңлаусылар! Беҙ һеҙгә һәр саҡ  ярҙам итергә  әҙербеҙ. Килегеҙ! Һорашығыҙ! 

 

Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы,

Достоевский урамы, 131-се йорт, 109-сы бүлмә.

229-96-83 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ. Эш сәғәте - 9:30 - 17:00".

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти