Экранда ысын тормош ҡайнарға тейеш

1998 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы 21 ноябрҙе Бөтә Донъя Телевидение көнө итеп иғлан итә. Барлыҡ дәүләттәргә лә был көндө тыныслыҡ, именлек һәм хәүефһеҙлек, иҡтисади һәм социаль үҫеш һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеү темаларына бағышланған телепроекттар менән алмашырға тәҡдим ителә.

Асыҡ студия
Экранда ысын тормош ҡайнарға тейеш
Асыҡ студия

 

Программала Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш белгесе, “Тэфи” премияһы лауреаты Янис Рамазанов, “Интерактив тапшырыуҙар” редакцияһы етәксеһе, “Сәләм” программаһын алып барыусы Наил Юнысов һәм яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин ҡатнаша.

 

Улар менән Зөһрә Арсаева әңгәмә ҡора.

 

Янис Рамазанов: "Алып барыусы һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләргә, камиллыҡҡа ынтылырға тейеш. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, сит илдәрҙә уҙғарылғн семинарҙарҙа ҡатнашам, лекциялар тыңлайым, һөнәри яҡтан үҫеште туҡтатҡаным юҡ. Ниндәй генә темаға тотонһаң да, уны әңгәмәсеңдең һөнәри кимәлендә белергә бурыслыһың. Һәр журналист документаль материал, бәләкәй сюжет әҙерләйме йәки новелламы - тапшырыуҙың тәүге минутынан уҡ тамашасының иғтибарын йәлеп итергә тейеш. Ул беҙҙең телдә крючок - ырғаҡ, зацепка тип атала. Бәлки ул бер һөйләмдер, бәлки геройҙың хис-тойғоһолор. Ошо мәлде тота, оҫта итеп күрһәтә белеү үҙе һөнәри оҫталыҡ".

 

Наил Юнысов: "Эфирға әҙерлектең тәүге дәресен “Юлдаш” каналында алдым. Иртәнге тапшырыуҙы алып барыусы булараҡ шуны әйтә алам, беҙҙә позитив ҡарашлы кешеләр эшләй һәм телевизор ҡараусыларҙы ла ошо тулҡынға көйләйбеҙ.

Һәр эфирҙың яҙмаһы етди анализлана, хаталар өҫтөндә эш алып барабыҙ.  Тура эфир барышында, техник сәбәптәр арҡаһында, бер нисә тапҡыр стресс кисерергә лә тура килә. Иң мөһиме, юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк, һәр осраҡҡа ла һин алдан әҙер булырға тейешһең".

 

Азат Ғәлиуллин: "Телевидениеға эшкә 2011-се йылда кастинг аша үтеп килдем. Хәҙер тормошомдо ошо өлкәнән башҡа күҙ алдына килтерә лә алмайым. Беҙҙең яңылыҡтар хеҙмәте әҙерләгән материалдар көнүҙәк мәсьәләләргә арнала һәм һин мәғлүмәтте бер нисә минутлыҡ яҙмаға һыйҙырып, теманы тулыһынса асып, халыҡҡа еткерергә бурыслыһың.

Яңылыҡтар – беҙҙең каналдың йөҙө, тип әйтә алам. Халыҡ  шатлыҡлы хәбәрҙәре менән уртаҡлаша, төрлө проблемалары менән дә беҙгә шылтырата. Беҙ уларҙың һәр береһенә иғтибар бүлергә тырышабыҙ".

Фото №1 - Экранда ысын тормош ҡайнарға тейеш
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти