Ҡурған башҡорттары - Башҡортостанда

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда Ҡурған башҡорттары көндәре уҙҙы. Өфөгә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктән - Ҡурған өлкәһенең  Әлмән һәм Сафакүл райондарынан вәкилдәр килде.

Асыҡ студия
Ҡурған башҡорттары - Башҡортостанда
Асыҡ студия

Ватан – халыҡтың тарихи үҫеш үҙенсәлектәре, үҙенең теле, мәҙәниәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары менән бергә йәшәй торған тарихи ере. Шулай ҙа яҙмыш ҡушыуы буйынса ҙур ерҙән, милләттәштәренән ситтә йәшәгәндәрҙең булмышы нисек?

 

Программала Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан башҡорт теле уҡытыусыһы Йәлил Садыҡов һәм  Аҙналы ауылындағы “Ҡурған башҡорттарының этнография музейы” мөдире Наил Ғилемйәнов ҡатнаша.

 

Әңгәмәне Вадим Лаврентьев алып бара.

 

Йәлил Садыҡов: "Ауыл ҡартая, хатта икешәр йыл бер туй ҙа үтмәгән осраҡтар бар. Ғаиләлә аралашыу башҡорт телендә, балаларҙы ла телгә ҡарата иғтибарлы итеп үҫтерергә тырышабыҙ. Өлкәлә телде һаҡлауға йүнәлтелгән эште мәғариф, мәҙәниәт тармаҡтары бергә алып барырға тырыша. Районыбыҙҙың биш мәктәбендә башҡорт теле уҡытыла. Китаптар етерлек. Башҡортостан Мәғариф министрлығына был йәһәттән рәхәмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. “Аҡ ҡалас” артынан йүгермәй, тыуған ергә ерегеп йәшәйбеҙ. Уңыштарыбыҙға килгәндә: башҡорт телен һаҡлайбыҙ, өйрәнәбеҙ, уҡыусыларыбыҙҙы Башҡортостанға олимпиадаларға алып киләбеҙ, төбәк-ара йыр бәйгеләрендә ҡатнашабы". 

 

Наил Ғилемйәнов: "Йәштәребеҙ икенсе милләт халҡы менән ғаилә ҡора, балаларын “башҡорт” тип танымаусылар ҙа юҡ түгел. Был үҙе бер фажиғә. Беҙҙең ауылда ололар ғына ҡалды, мәктәп ябылды, алты бала күрше ауылға йөрөп уҡый. Уҡытыу рус телендә алып барыла. Көрсөк беҙҙең музейҙы ла урап үтмәне. 1981 йылда асылған музей бөгөн йылытылмай, был иһә экспонаттарҙың юҡҡа сығыуына килтерә. Мәктәп эшләгәндә уҡыусылар менән экспедицияларға сыға торғайныҡ. Хәҙер беҙҙең ярҙамсыларыбыҙ – ауыл халҡы".

Фото №1 - Ҡурған башҡорттары - Башҡортостанда
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Акции БСТ
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии