Мәҙәниәтебеҙ донъяға асыҡ

Республикабыҙ мәҙәниәте ер шарының бөтә нөктәләрендә йәшәүселәр өсөн дә асыҡ. Башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә эшләгән “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” интернет-порталы тап ошо маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә.

Асыҡ студия
Мәҙәниәтебеҙ донъяға асыҡ
Асыҡ студия

 

“Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” интернет-порталы етәксеһе, Рәсәй мәҙәниәте менеджерҙары берлеге ағзаһы Хәлил Хәмзин менән журналист Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.

 

 

Хәлил Хәмзин: "Беҙҙең портал өс телдә – башҡорт, рус, инглиз  телдәрендә сыға. 120-нән ашыу ил менән бәйләнеш булдырылған. Иң әүҙемдәре - Төркиә, Әзербайжан, Бөйөк Британия, Германия, Австралия. Африка илдәрендә лә беҙҙең порталды күҙәтеп баралар.  Республиканың район һәм ҡалалары менән көн дә бәйләнештәбеҙ, һәр яңылыҡты көнөндә, сәғәтендә теркәп барабыҙ. Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы, Санкт-Петербург, Мәскәүҙәге Башҡортостан вәкиллеге менән дә әүҙем эшләйбеҙ. Медиа-архивыбыҙ бар. 60-сы йылдарҙан башланған иллегә яҡын яҙма тупланған. Ул телевидение һәм радио яҙмалары.  

“Ижади саҡырыу” проектын хуплап ҡаршы алдылар. Уны танылған актер, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов асып ебәрҙе. Нәзифә Ҡадырова, Иҙрис Ғәзиев кеүек билдәле сәнғәт әһелдәре ҡушылып китте. Күп ижадсылар был проектты хупланы, дәррәү ҡушылды. 

Интернет-порталыбыҙ Президент Грантына лайыҡ булды. Аҡсаға фото һәм видео камералар һатып алдыҡ. Декабрь урталарында ҡулланыусылар яңыртылған сайт менән танышасаҡ.  13-18 декабрҙә Чебоксар ҡалаһында Мәҙәниәт йылына арналған форумы үтәсәк. Беҙ ҙә унда саҡырыу алдыҡ. Быйыл республикала башҡарылған эштәр менән таныштырырға уйлайбыҙ. 5 декабрҙә иһә республикала был йылға йомғаҡ яһап, мәҙәниәт йылында әүҙем эшләгән, үҙенсәлекле саралар үткәргән ойошма һәм учреждениеларҙы, ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим иткән шәхестәрҙе бүләкләргә уйлайбыҙ. 

Мәҙәни сараларҙы киләсәктә юғарыраҡ кимәлдә үткәрергә кәрәк. Әлегә халыҡты ҡыҙыҡһындырған проекттар аҙыраҡ. Халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын йәш быуынға еткереү - беҙҙең изге бурыс. Башҡорт халҡының ижадын сит илдәрҙә киңерәк танытырға тейешбеҙ.

Беҙҙең порталға инегеҙ, яҙмалар ебәрегеҙ, бергәләп эшләйек. Интернеттағы адресыбыҙ: Беҙҙең порталға инегеҙ, яҙмалар ебәрегеҙ, бергәләп эшләйек. Интернеттағы адресыбыҙ: http://kulturarb.ru".

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии