Халыҡҡа ҡурҡыуға ҡалырға ярамай...

Журналист Рәсүл Сәғитов:

Асыҡ студия
Халыҡҡа ҡурҡыуға ҡалырға ярамай...
Асыҡ студия

 

- Бөгөн иҡтисади мәсьәләләрҙе күтәрмәксебеҙ. Сөнки үткән аҙнала президент мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны, унда иғтибар башлыса иҡтисадҡа бүленде. Йәнә лә кисә премьер-министр Медведев бер нисә телеканал аша интервью бирҙе, унда ла социаль-иҡтисади өлкәнең үҙәккә сығыуы тәбиғи булды. Һәм - йыл аҙағы яҡын. Ә йыл аҙаҡтарында эшкә, эшкә генә түгел, дөйөм хәлгә йомғаҡ яһала, ниндәйҙер һандар асыҡлана.

 

Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад һәм һалымдар кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре кандидаты Гүзәл Ғәлимова: 

 

- Бар иҡтисадтар ҙа  донъя иҡтисады менән бәйле.  Әгәр милли валюта нығынһа, һумдың төшөүе иҡтисад өсөн бәлә булып торасаҡ. Бер яҡтан валютаны кеше "финанс инструменты" итеп ҡарай.  Бөгөнгө көндә был инструмент менән киң ҡулланыу кәрәкмәй.

Ябай халыҡҡа "паника"ға бирелергә түгел. Килемебеҙҙең күп өлөшө түләүгә китә, ҡалған аҡса әллә ни түгел. Уларҙы былай ғына тоторға түгел, депозитҡа һалырға була. Финанс тотороҡлоҡ булдырыу өсөн Үҙәк Банк, Хөкүмәт тарафынан саралар күрелә. Килгән байлыҡты һаҡлап ҡалып, унан файҙа күрә белергә тейешбеҙ. Был ауырлыҡтарҙы "әүҙемлек сараһы" итеп тойорға кәрәк. Иҡтисадта яңы инновацион проектҡа һалырға була. Хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереп, һуңынан эш хаҡын күтәрергә кәрәк. Ә беҙҙә киреһенсә эшләнеләр. Һалым күләме үҙгәрмәүе мөһим. Әгәр ул күтәрелһә, эшҡыуарлыҡ та кәмейәсәк. 4 процент инфляцияны рәсми рәүештә тотоп булырмы, әйтә алмайым". 

Һине вуздар, вуздар саҡыра, саҡырған вуз яҡын дуҫ кеүек...
Һине вуздар, вуздар саҡыра, саҡырған вуз яҡын дуҫ кеүек...
Асыҡ студия
Ирекмәндәр: Беҙ бергә һәм беҙ миллиондарса
Ирекмәндәр: Беҙ бергә һәм беҙ миллиондарса
Асыҡ студия
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Акции БСТ