Мәктәп, балалар баҡсаһы кәрәк-ярағы өсөн ата-әсәләр аҡса тапшырырға тейешме?

      Тапшырыуҙы Зөлфиә Рәхмәтуллина алып бара.

Асыҡ студия
Мәктәп, балалар баҡсаһы кәрәк-ярағы өсөн ата-әсәләр аҡса тапшырырға тейешме?
Асыҡ студия

 

   Төп эксперт: Башҡортостандың   мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығының  сектор мөдире  Марина Ихсанова.

 

Марина Ихсанова: "Мәғариф өлкәһенә тейешле финанс етмәгән 90-сы йылдарҙа мәктәптәргә ярҙам итеү хәйриә фондтары барлыҡҡа  килгәйне.  Әммә тәьминәт яҡшы булған хәҙерге заманда ла  мәктәптең йә балалар баҡсаларының кәрәк-ярағына, ремонтҡа  аҡса йыйыу осраҡтары күп.  Дөрөҫөн  әйткәндә, ул ҙур масштабтарҙа бара. Шулай ҙа, һәр ситуацияның айышына төшөнөп ҡарарға кәрәк. Әгәр ата-әсәләр һөйләшеп, мәктәп  кәрәк-ярағына йә уҡытыусыға бүләккә аҡса йыя икән,  уны законһыҙ тип әйтеү урынһыҙ. Ата-әсәләр комитеты  бындай  эште аңлашып, килешеп атҡарырға тейеш. "Алтын" ҡағиҙә бар:  аҡса йыйыуға  бәйле  һәр сарала  асыҡлыҡ кәрәк - ул ниндәй маҡсатта йыйыла? Һәм  аҙаҡтан  аныҡ отчет  талап ителә. Шундай тәртип булһа, бәлки, әлеге проблемаларҙың күбеһе тыумаҫ та ине.  Ә ата-әсәләрҙе  ремонт өсөн йә тәҙрә ҡуйырға тип аҡса тапшырырға  мәжбүр итәләр икән, ул дөрөҫ түгел. Шундай  хәлдә  беҙҙең идаралыҡҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин, һәр осраҡ ентекле тикшерелә  һәм  законһыҙ эшкә ҡарата саралар, санкциялар ҡулланыла. Бындай  хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуйған етәкселәр яуапҡа тарттырыла".  

Фәне барҙың хәле бар
Фәне барҙың хәле бар
Асыҡ студия
Йыйырбыҙ!
Йыйырбыҙ!
Асыҡ студия
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти