Власть халыҡ ҡулында

Закондар ҡабул ителеп, үҙ  көсөнә инеп, нормалары киң мәғлүмәт саралары аша еткерелде, әммә ҡайһы бер   замандаштарыбыҙҙан: "Ниңә уны ошоғаса әйтмәнегеҙ?" - тигән һорау ҙа ишетелгеләй. Был - нимә? Рәсәй кешеһенең бөтәһен дә дәүләткә һалып ҡуйыусан үҙенсәлегеме? Бәлки закондар дөрөҫ яҙылмағандыр? Шулай икән, уларҙы бит үҙгәртеү мөмкинлеге лә бар, ысулдары билдәле - күмәкләп ҡарар ҡабул итеү, артабан өҫкә ебәреү. Депутаттар менән осрашыуҙар ҙа була тора.

Асыҡ студия
Власть халыҡ ҡулында
Асыҡ студия

 

"Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы" ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡов менән журналист Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.

 

Рөстәм Исхаҡов: "Рәсәй Президенттың былтырғы мөрәжәғәтнамәһе менән сағыштырғанда, быйыл урындағы үҙидаралыҡҡа урын бирелмәне. "Урындағы үҙидаралыҡ көслө, үҙаллы  булырға тейеш",- тиелде уҙған йылдағыһында. Шуның нигеҙендә 136-сы, 165-се Федераль Закондар ҡабул ителде. Төбәктәргә урындарҙа үҙидаралыҡты үҫтереүгә ҙур вәкәләт бирелде. Халыҡ менән осрашыуҙар ойошторабыҙ. Халыҡты ойоштороу - төп тәҡдим һәм халыҡ быға ҡаршы түгел. Ауылдарҙа старосталар, Ағинәйәҙәр, Аҡһаҡалдар клубтары эшләй. Власть халыҡ ҡулында.  Халыҡ үҙ донъяһына бикләнеп кенә йәшәмәһен. Ауыл, район, ҡала тормошонда ла әүҙем ҡатнашһын ине. Юридик закондарҙы ла өйрәнергә кәрәк". 

Фото №1 - Власть халыҡ ҡулында
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ