Юлдарҙағы хәүефһеҙлек автомәктәптәрҙән башлана

Юлдарҙағы хәүефһеҙлек, авто мәктәптәрҙә уҡытыу сифаты, водителдәрҙең әҙерлек кимәле... Был – көнүҙәк проблемалар. 2014 йылдың 1 сентябренән беҙҙең илдә водителдәрҙе әҙерләү профессиональ белем биреү өлкәһенә ҡарай башланы. Рәсәй закондарына индерелгән яңы үҙгәрештәр буйынса автомәктәптәр ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш? Бөгөн ошо темаға фекер алышабыҙ.

Асыҡ студия
Юлдарҙағы хәүефһеҙлек автомәктәптәрҙән башлана
Асыҡ студия

 

Дәүләт ҡарамағында булмаған “ДОСААФ” Өфө автомәктәбе” белем биреү учреждениеһы етәксеһе Урал Шәмиғолов менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.

 

Урал Шәмиғолов: 

 

- Элекке уҡыу программаһынан айырмалы, хәҙер уҡытыу һәм  практик сәғәттәр артты. Водителдең психофизиологик үҙенсәлектәре тигән фән дә индерелгән. Уҡытыусы водителдәрҙе юл хәрәкәтендә килеп тыуған теге йәки был  ҡатмарлы осраҡтарҙа үҙеңде нисек тоторға  икәнен өйрәтә, кәңәштәр бирә. Беҙҙә  буласаҡ водителдәр өсөн писхологик тест үткәреү ҙә ҡаралған, уны үтә алмаған кеше уҡыуға  ҡабул ителмәй. Йәйәүлеләр менән водителдәрҙең мөнәсәбәте һуңғы ваҡытта яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Ә юлдарҙа килеп тыуған ҡатмарлы хәлдәр һәр кешенең тәрбиәһенә лә бәйле.

Хәҙерге яңы тәртип буйынса, автомәктәптәр өсөн лицензия алыу  мотлаҡ. Уның талабына ярашлы, бөтөн категориялар һәм подкатегориялар өсөн уҡыу программалары, 20 сутыйҙан да кәм булмаған автодром, тейешле күләмдә автопарк, талапртарға яуап биргән материаль-техник база һәм уҡытыусылар, инструкторҙар штаты булыу шарт.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Пенальти