Йыл йомғаҡтары: һаулыҡ һаҡлау, социаль өлкә һәм мәғариф

Йыл менән йыл осрашҡан мәлдә, үткәндәргә байҡау яһап, киләсәкте күҙҙаллай торған йола бар. “Асыҡ студия” программаһы сиктәрендә 2014 йылға ҡараш ташлап, иғтибар үҙәгенә – мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль өлкәне сығарабыҙ.

Асыҡ студия
Йыл йомғаҡтары: һаулыҡ һаҡлау, социаль өлкә һәм мәғариф
Асыҡ студия

 

           Тапшырыуҙы Зөлфиә Рәхмәтуллина  һәм Вадим Лаврентьев алып бара.

 

Программала  БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, республика мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Миәкә район үҙәк дауаханаһы баш табибы Илдар Атанғолов ҡатнаша.

 

Ленара Иванова: "2014-се йылда “Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү” тип аталған Федераль Закон ҡабул ителде. Һәм ул 2015-се йылда тормошҡа ашырыласаҡ. Был закон буйынса  үҙгәрештәр ҙур, пилот-проекттар булдырҙыҡ. Стәрлетамаҡ, Благовар, Бүздәк райондарында һынау бара ла. “Социаль контракт”тип аталған адреслы ярҙам күрһәтеү барлыҡҡа килде. Илленән ашыу ғаилә уның менән  файҙаланып, үҙ эшен асты. Инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә пособие күләме  артты. “Башҡортостан – берҙәмлек һәм үҫеш территорияһы” тип аталған республика форумын ойошторҙоҡ. Тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргән райондарға Халыҡты социаль яҡлау хеҙмәте тарафынан ярҙам күрһәтелде. 6,5 мең   Украина гражданы  Башҡортостанға күсеп килде.  Уларға ваҡытлыса торлаҡ, эш урындары  булдырылды. Яңы йылда  иң мөһиме илебеҙ имен булһын!".

 

 

Әлфис Ғаязов: "Һөйөнөслөһө – балалар һанының артыуы. Ул иһә  беҙҙең мәктәптәрҙең киләсәге бар тигәнде аңлата. Республикала 1492 мәктәп һәм уларҙың 771 филиалы эшләй. Шуларҙың 15 процентында ике сменала уҡытыла. Оптимизация һөҙөмтәһендә уҡыу йорттары берләштерелә, бушағандарында балаларҙы уҡытып, икенсе сменаны бөтөрөүгә йүнәлтәсәкбеҙ. Элек күберәк гуманитар өлкә лә белем алырға тырышһалар, һуңғы өс йылда йәштәребеҙҙең 67 проценты техник йүнәлештәге уҡыу йорттарын һайлай. Берҙәм дәүләт имтихандарына туҡталып үткәндә, ил күләмендә байтаҡ үҙгәрештәр булды. Рус теле буйынса күрһәткес уҙған йылдан бер генә процентҡа кәм булды. Был республика мәктәптәрендә рус телен уҡытыу тейешле кимәлдә ҡуйылған тигәнде аңлата. Башҡорт телен уҡытыуҙа икенсе йыл электрон уҡыу әсбаптәре ҡулланыла".

 

Илдар Атанғолов: "Йылды уңышлы ғына тамамлайбыҙ. 170 млн. аҡса бүленеп, шуның илле миллиондан ашыуына яңы медицина ҡорамалдары алдыҡ. Заманса йыһазландырылған хирургия бүлеге асылды. Районда 44 фельдшер-акушерлыҡ пункты бар һәм беҙ уларҙы һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Тыуым арта, үлем кәмей. Был яҡшы күрһәткес".

Фото №1 - Йыл йомғаҡтары: һаулыҡ һаҡлау, социаль өлкә һәм мәғариф
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ