Йыл йомғаҡтары: ауыл хужалығы, иҡтисад

 

Асыҡ студия
Йыл йомғаҡтары: ауыл хужалығы, иҡтисад
Асыҡ студия

2014 йылдың йомғаҡтарын баһалағанда йәшәйештең ҡайһы тармағына ғына ҡағылма - барыһы ла Рәсәйҙең халыҡ-ара ареналағы хәлдәренә барып тоташа. Сәйәсәт тә, иҡтисад та, сәнәғәт тармаҡтары, яғыулыҡ-энергетика комплексы, ауыл хужалығы, хатта мәҙәниәт тә.  

 

                  Тапшырыуҙы Бәйтулла Фәтҡуллин алып бара.

 

Программала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, парламенттың һалым, финанстар, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш өсөн яуаплы комитеты рәйесе Рузалиә Хисмәтуллина, Башҡортостан крәҫтиән-фермер хужалыҡтары берләшмәһе рәйесе Зифҡәт Сәйетғәлиев, даими эксперт, иҡтисад белгесе Наил Мырҙагилдин һәм иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов ҡатнаша.

        

 

Рузалиә Хисмәтуллина: "Ноябрь аҙағында Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай тарафынан 2015-се йылға бюджет ҡаралды. Барлыҡ объектив хәлдәрҙе иҫәпкә алырға тырыштыҡ. Мәҫәлән, донъялағы һәм илдәге иҡтисадтың үҫеү темптары үҙгәреүе, бюджет килемдәренә кире йоғонто яһаусы һалымдар. 2015-се йылға Башҡортостан бюджеты килемдәр буйынса 121 млрд. һум күләмендә ҡабул ителде. Бюджет дефициты 14 млрд. һум килеп сыҡты. Бөгөнгө көндә республика бюджет сәйәсәте һәм финанстар менән идара итеү сифаты буйынса иң яҡшы субъекттар иҫәбенә инә".

 

Зифҡәт Сәйетғәлиев: "Йыл ауыр килеүегә ҡарамаҫтан, игенселәребеҙ яҡшы эш һөҙөмтәләрегә иреште. 2 млн. 700 мең тонна иген, 1 млн.300 мең тонна шәкәр сөгөдөрө  йыйып алдыҡ. Картуф, көнбағыштан ярайһы уңыш алынды. Шулай уҡ Рәсәйҙә билдәле йәшелсә үҫтереүселәребеҙ бар. Етештергән продукциябыҙ Башҡортостан халҡын туйҙырған тиклем халыҡҡа етергә тейеш. Эмбаргоны беҙ үҙебеҙ теләп алдыҡ. Ул мәңгелек әйбер түгел, ә шулай ҙа беҙ ошо арауыҡта көс туплап ҡалырға тейеш. Сәйҙән башҡа барлыҡ продукция үҙебеҙҙә етештерелә. Фермерҙар кооперацияһы ойоштороп, февраль айында съезд үтеүе көтөлә".

 

Наил Мырҙагилдин: "Санкция, ризыҡ эмбаргоһынан тыш, быйыл Рәсәй иҡтисадына тағы бер ауыр һынау- Халыҡ-ара аренала нефткә хаҡтар кәмеүе лә өҫтәлде. Долларҙың үҫеүе лә шуға бәйле һәм халыҡ араһында валютаға һорау арта. Девальвацияға нимәләр йоғонто яһай? Беренсенән, нефттең хаҡы төшөүе;  икенсенән, капиталдың китеүе; өсөнсөнән Америка Ҡушма штаттары банктарынан Роснефть һәм күп корпоррациалар уларҙан кредитты валютала ала. Һәм улар кредитты алдан ҡайтарып биреүҙә һорауы бар. Донъя иҡтисадының көрсөккә төшөүе нефть менән генә иҡтисадты үҫтереп булмауҙы күрһәтте".

 

Илдар Ғәбитов: "Власть ниндәй дәүләт ҡулында булыуына ҡарамай, килеп тыуған иҡтисадтағы көрсөк хәлдә халыҡ иҫәбенә сыға. Ул универсаль ысул, барлыҡ илдәргә лә хас. Көрсөктә ябай халыҡтың ғәйебе юҡ, ә бары нәфселәрен тыя алмаған бизнесмендар һәм  власть үҙе ғәйеле. Иҡтисад өлкәһендә прогноз биреү хәйерле түгел. Был көрсөктө йырып сығыр өсөн тәрән үҙгәрештәр көтөләсәк. Сәбәп булып 90-сы йылдарҙа ҡоролған банк-кредит системаһы тора. Үҙәк Банк ошо өлкәлә көйләүсе ролендә".

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Акции БСТ