Был аҙна 2014 йылға тормоштоң төрлө өлкәләре буйынса йомғаҡ яһай киләбеҙ. Ошоғаса социаль, иҡтисади күренештәрҙе барланыҡ, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф, спорт һәм башҡа өлкәләрҙе байҡаныҡ, ә бөгөн ижтимағи-сәйәси тормошҡа йомғаҡ яһайбыҙ.
Тапшырыуҙы Рәсүл Сәғитов алып бара.
Программала тарих фәндәре докторы, сәйәсәт белгесе Әхтәр Боҫҡонов, академик, фәлсәфә фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин ҡатнаша.
Әхтәр Боҫҡонов: "Сәйәси ваҡиғалар һөҙөмтәһен беҙҙең Рәсәй халҡы, Башҡортостанда йәшәүселәр үҙҙәре күреп тора. Рәсәй һумының, Америка долларының торошо, магазиндарҙағы хаҡтар үҫеше – йыл башында башланған сәйәси ваҡиғаларҙың һөҙөмтәһе шаңдауы, күрәһең, беҙгә лә килеп ҡағылды. Быйылғы йыл Президент һайлауҙары менән иҫтә ҡалды. Беҙҙең республика халҡы бер ниндәй сәйәси акцияларға ҡарамай, һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашты. Тормош ниндәй генә оло һынау ҡуймаһын, ил-йорт тыныс булһа барһын да еңеп сығырбыҙ".
Фәнил Фәйзуллин: "2014-се йыл бер яҡтан уңышлы булһа, икенсе яҡтан, байтаҡ етешһеҙлектәр менән осраштыҡ. Рәсәйҙә үҙебеҙҙең ауыл хужалығын, сәнәғәт тармағын, иҡтисадты үҫтереү юлына баҫтыҡ. Сеймал һатып ҡына ил байый алмай. Башҡа илдәрҙән азатлығыбыҙҙы киңәйтергә уйлаһаҡ, үҙебеҙҙең сәнәғәтебеҙҙе, ауыл хужалығын алға этәрергә тейешбеҙ. Киләсәктә суверенитет, халыҡтың үҙ билдәләнешенә хоҡуғын нығыраҡ тормошҡа ашырырға тейешбеҙ".