Йыл йомғаҡтары: мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт

    2014 йыл республикала мәҙәниәт йылы билдәһе аҫтында үтте. Һәр төбәктә сағыу һәм әһәмиәтле саралар ойошторолдо, үҙенсәлекле акциялар, тамашалар, фестивалдәр уҙғарылды. “Башҡортостандың мәҙәни башҡалаһы” тип аталған мәҙәни ваҡиғалар марафоны бөтә Башҡортостанды һәм барлыҡ мәҙәниәт ойошмаларын берләштергән төп проект булды. Уның барышында Мәҙәниәт йылының штандарты бер райондан икенсеһенә тапшырыла килде. Йыл һөҙөмтәләре буйынса Гран-при баш йортобоҙ Өфө ҡалаһына тапшырылды. Беренсе урынға – Борай районы лайыҡ булды.

Асыҡ студия
Йыл йомғаҡтары: мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт
Асыҡ студия

Мәҙәниәт йылында ауыл клубтары, район мәҙәниәт һарайҙары гөрләп торҙо. Әленән – әле йыр һәм бейеү ярыштары, фольклор байрамдары үткәрелде, халыҡ театрҙары спектаклдәр тәҡдим итте. Мәҙәниәт усаҡтарын төҙөкләндереү, ҡорамалдар алыу эшенә лә етди иғтибар бүленде. Дыуан, Ейәнсура, Илеш, Ҡырмыҫҡалы һәм  Өфө райондарының мәҙәниәт йорттарына моделле тигән статус бирелде. Райондарҙағы һәм ауылдарҙағы иң яҡшы мәҙәниәт йорттарын асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған “21-се быуаттың шәп клубы” республика конкурсында ла бик күп төбәктәр ҡатнашты. Балаҡатай районының Ҡарлыхан ауыл клубына бәйгенең юғары бүләге – Гран-при тапшырылды.    

 

         Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева менән Филүс Ҡасимов алып бара.

 

 “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры Алмас Сәйетов: “Элекке “Нефтсе” мәҙәниәт йортона капиталь ремонт эшләнде. Хәҙер ул симфоник музыка концерттары, эстрада тамашалары, спектакль һәм шоу-программалар уҙғарыу өсөн универсаль майҙансыҡ булып тора. Мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды. Балалар шөғөлләнгән кластар ҙа төҙөкләндерелде. Беҙ бөтә халыҡты күркәм тамашаларға көтөп ҡалабыҙ”.

 

Танылған композитор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нур Дауытов: “Премия хеҙмәтемә бирелгән юғары баһа. Быйыл әҫәрҙәрем күп башҡарылды. Төркиәлә, Татарстанда. Беҙҙең сәнғәт училищеһы көслө уҡыу йорто. Студенттарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ Рәсәйҙә, донъя кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа еңеү яуланы”.

 

“Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник конофестиваленең жюри рәйесе Довлат Хоҙайназаров: “Фестиваль юғары кимәлдә үтте. Төрлө халыҡтарҙың таҫмалары менән таныштыҡ. Башҡортостан иҫ киткес гүзәл төбәк. Халҡы ла ихлас, ҡунаҡсыл. Был фестиваль йәшәргә һәм артабан да үткәрелергә тейеш”. 

 

Иран режиссеры Махди Замонпур Киассорри: “Башҡортостанда халыҡ үҙ мәҙәниәтен ҡәҙерләп һаҡлай, уға хеҙмәт итә. Халыҡ үҙ тарихын белә, ата-бабаларҙың традицияһына таяна, алға барғанда, үтелгән юлына әйләнеп ҡарай. Был яҡтан беҙ бер-беребеҙгә оҡшағанбыҙ. Башҡорттар бик ҡунаҡсыл, изге күңелле. Фильмдарым менән күп илдәрҙә булдым, әммә Башҡортостандағы кеүек ҡунаҡсыл халыҡты бер ерҙә лә осратманым. Иранда кинемотограф бик үҫешкән. Беҙ киноға ғашиҡ халыҡ. Фильмдарыбыҙ араһында донъя кинемотографы тажында гәүһәр булырлыҡ катиналарыбыҙ бар. Башҡорттарға ла ошондай уңышҡа ирешергә яҙһын”.

 

Башҡортостандың халыҡ шиғиры Факиһа Туғыҙбаева: “Был юғары исем менән ғорурланам. Башҡорт әҙәбиәтенә, ижадымды һанлаған халҡыма рәхмәт. Халҡым булмаһа, бындай рухлы әҫәрҙәр яҙа алмаҫ инем”.

 

Ейәнсура районы китапханалар селтәре етәксеһе Нәзирә Кәримова: “Йәмғиәттең рухи–мәҙәни үҫешендә китапханаларҙың да әһәмиәте  ҙур. Ауыл ерендә иһә китапхана халыҡты туплау, кешеләрҙең рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү мәркәзе булып тора. Китапханалар  изге бурыс үтәй — улар ысын мәғәнәһендә белем ҡорамы, милли мәҙәниәтте һаҡлаусы белем үҙәге”. 

 

“Юлдаш” радиоһының баш мөхәррире, “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” Тәнзилә Үлмәҫбаева:  “2014 йыл  бик уңышлы һәм һөҙөмтәле булды. Иң мөһиме – беҙ тыңлаусыларыбыҙҙы юғалтманыҡ, киреһенсә, уларҙың һанын бермә-бер арттырҙыҡ. Хәҙер  Силәбе, Ҡурған,  Ырымбур, һамарҙағы милләттәштәребеҙ ҙә  Юлдашты радиоалғыстарҙан тыңлай. Бының өсөн беҙ  Башҡортостан һәм урындағы өлкәләр етәкселәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Даирә киңәйеү яуаплылыҡты ла арттыра.  Эфирҙа эшләүселәрҙең профессиональ кимәлен күтәреү, тапшырыуҙарҙың эстәлеген байытыу, сифатын яҡшыртыу менән бер рәттән иң оператив булып ҡалыу, мәғлүмәттәрҙе ғәҙел, аңлайышлы итеп еткереү йүнәлеше лә даими иғтибар үҙәгендә ҡала.  Республика һәм ил мәнфәғәтен күҙәтеү,  халыҡҡа хеҙмәт итеү кеүек һүҙҙәр пафослы яңғыраһа ла “Юлдаш” радиоһы өсөн эштә төп йүнәлеш булып ҡала.  Бынан тыш бик күп акциялар үтте. “Юлдаш йыры”, “Йыл йыры” фестивалдаре бик уңышлы тамамланды. 2014 йылдағы ҡыуанып һөйләрлек еңеүҙәргә килгәндә, быйыл тәүге тапҡыр Рәсәй кимәлендәге конкурстарға сыҡтыҡ. Һәм был аҙым уңышлы булды, тип әйтергә кәрәк.  Илһөйәрлек һәм ватансыллыҡ темаһын яҡтыртыуға арналған “Патриоты России” ун өсөнсө Бөтә Рәсәй конкурсында “Беҙ рәсәйлеләр” номинацияһында “Юлдаш” радиоһы беренсе урын алды. Уға тиклем халыҡ тауышы һаны буйынса "Радиостейшен" Бөтә Рәсәй конкурсында Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиоһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдыҡ. Ҡабатлаған һайын доға иҫкермәй тиҙәр. Йәнә ҡабатлайым, был еңеү – тыңлаусыларыбыҙҙың еңеүе, радиоға күрһәткән уларҙың ышанысы. Беҙгә инде ошо ышанысты аҡлап тағы ла тырышып эшләргә кәрәк. Ғөмүмән алғанда,  беҙ тыңлаусыларыбыҙ  менән ут күршеләр кеүек хәл белешеп, хәбәр уртаҡлашып дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙә ҡалабыҙ”.

 

Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова: “Мәҙәниәт йылы бөтә учреждениеларҙы, ауыл, ҡала мәҙәниәт йорттарын, бөтә халыҡты берләштерҙе. Бик күп саралар үтте, меңләгән тамашасы ҡатнашты. Беҙҙең төп бурыс кешеләргә рухи байлыҡ өләшеү. Быға ирешкәнбеҙҙер тип ышанам”.  

 

                            

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии