Бөтә донъяла уйлап табыусы балалар көнө билдәләнә

Һыу саңғыһын, Брайль шрифтын, йөнтәҫ ҡолаҡсындарҙы нимә берләштерә? Был әйберҙәрҙең барыһын да балалар уйлап сығарған. Йондоҙҙар менән биҙәлгән Аляска байрағы, батут, бармаҡ остары асыҡ бирсәткә, калькулятор ҙа үҫмерҙәрҙең ижад емеше. Был аҙнала бөтә донъяла уйлап табыусы балалар көнө билдәләнә.

Асыҡ студия
Бөтә донъяла уйлап табыусы балалар көнө билдәләнә
Асыҡ студия

Тапшырыу балаларҙың маһирлығын үҫтереү мәсьәләһенә арнала. 

 

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының һәләтте үҫтереү үҙәге етәксеһе, РФ һәм БР мәғариф алдынғыһы Флорида Фәхретдинова менән журналист Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә. 

 

Флорида Фәхретдинова: "Һәләтле балаларҙы һәр саҡ хуплап торорға кәрәк. Бының өсөн тейешле шарттар ҙа булырға тейеш. Беҙ иһә һәр бала талантлы, уларҙың һәр береһе шәхес тигән маҡсаттан сығып эш итәбеҙ. Өйҙә - ата-әсә, балалар баҡсаһында - тәрбиәсе, артабан уҡытыусы уның һәләтен үҫтерергә, үҫтереү өсөн мөмкинлек тыуҙырырға тейеш.

Һәләтте билдәләүҙең һигеҙ төрө бар. Мәҫәлән, артислыҡ, спортҡа ынтылыш, ижади, интеллектуаль һәм башҡалар.

Үкенескә ҡаршы балалар үҙәктәре, спорт түңәрәктәре түләүлегә әйләнеп бара. Яңы заман талаптарынан ситкә китә алмайбыҙ. Нисек кенә булмаһын, баланың һәләтен үҫтереүгә сик ҡуйырға ярамай. Ата-әсәләргә теләгем – баланың һәләтен ваҡытында күреп, эшмәкәрлек ҡеүәһен үҫтерә белергә кәрәк. Шуны ла онотмағыҙ, уңыш нигеҙе тырышлыҡ".

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти