Журналист һәм яҙыусы Рәлис Ураҙғоловҡа 50 йәш

Рәсәй матбуғаты көнө менән һеҙҙе, радио тыңлаусыларыбыҙ!    Бөгөнгө  тапшырыуҙа нәфис һүҙҙең йоғонтоһо тураһында һөйләшмәксебеҙ. Бының бер сәбәбен белдерҙек инде - матбуғат көнө, икенсеһе - юбилей, журналист, яҙыусы Рәлис Ураҙғоловтың 50 йәше.

Асыҡ студия
Журналист һәм яҙыусы Рәлис Ураҙғоловҡа 50 йәш
Асыҡ студия

Әңгәмәне Рәсүл Сәғитов алып бара.

 

Рәлис Ураҙғолов: "Булмышым менән публицистмын. Йән өсөн, тыныслыҡ өсөн әҙәбиәт яҡыныраҡтыр. Ыңай, кире образдар аша халыҡҡа еткерер һүҙеңде еткереп була. Ә газеталағы баҫма аша халыҡҡа туранан-тура мөрәжәғәт итәһең.  Журналист булараҡ төрлө ерҙә булаһың, күберәк халыҡ менән осрашаһың. Әгәр көн булмаһа төндөң, төн булмаһа көндөң ҡәҙерен белмәҫ инек. Һәм тормошта ла һәр саҡ ҡояш булып тормай. Күберәк  мине йәмғиәттән ситкәрәк тибелгән кешеләр яҙмышы борсой һәм ошо “күләгәле яҡ” хаҡында яҙырға тырышам. Был теманы кемдер күтәрергә тейеш тә… Яҙған һәр нәмәне баҫтырырға тырышмайым, халыҡҡа ихтирам да кәрәк. Баҙар иҡтисадына ҡарап, заказ буйынса эш итеү дөрөҫ түгел". 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями