Башҡортостан Республикаһы "Ҡыҙыл китабы"

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2002 йылда сыҡҡан 172-се һанлы ҡарарына үҙгәрештәр индерелде. "Башҡортостан Республикаһы "Ҡыҙыл китабы"на индерелгән һирәк һәм юғалыу ҡурҡынысы янаған хайуандар һәм үҫемлектәр төрҙәре тураһында" тип атала ул. Үҙгәрештәр хайуандар донъяһына ҡарай һәм уларҙың бер төркөмөн индерә, бер өлөшөн, киреһенсә, сығара.

Асыҡ студия
Башҡортостан Республикаһы "Ҡыҙыл китабы"
Асыҡ студия

 

Башҡортостан тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының айырым һаҡланған тәбиғи биләмәләр һәм биотөрлөлөк менән эшләү бүлеге етәксеһе Эльвира Ҡорбанаева менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.

 

Эльвира Ҡорбанаева: "Башҡортостандың "Ҡыҙыл китабы" Башҡортостан республикаһының министрҙар кабинеты ҡарары менән ун йылға бер яңыртыла.  Рәсәй Федерацияһы тәбиғәтте һаҡлау министрлығы бойроғо менән 6 категорияға ҡараған һирәк осрай торған хайуандар һәм үҫемлектәр статусы билдәләнгән. Уның нигеҙендә исемлек төҙөлә. Был исемлек  күп йылдар йыйылып килгән, һирәк һәм юғала башлаған хайуан һәм үҫемлектәрҙең кадастры буйынса төҙөлә.  Яҡлауға айырыуса мохтаждар өсөн әле эшләп килгән дәүләт заказниктары һәм ҡурсаулыҡтар, тәбиғи парктар бар.

Рәсәй Федерацияһының Енәйәт Кодексындағы  258-се статьяға  нигеҙләнеп, рөхсәтһеҙ һунар итеүселәргә яза ҡаралған.

Беҙҙең бурыс - һирәк осрай торған хайуан һәм үҫемлектәр төрөн һаҡлап ҡалып, киләсәк быуынға еткереү".

Фото №1 - Башҡортостан Республикаһы "Ҡыҙыл китабы"
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Асыҡ студия
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
Асыҡ студия
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Акции БСТ