Башҡалабыҙҙа банандар сәскә атҡан, лимон ағастары мул уңыш биргән, мандариндар өлгөргән. Был гүзәллек һәм муллыҡ ҡайҙа? Өфө лимонарийында, әлбиттә.
Өфө лимонарийы етәксеһе, танылған селекционер, биология фәндәре кандидаты Фәриҙә Садыҡова менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.
Фәриҙә Садыҡова: "Өфө лимонарийы Рәсәйҙә иң ҙур лимон плантацияһы иҫәпләнә. Бында Ташкент сорттарын күпләп үҫтерәбеҙ, улар беҙҙә уңышлы еректе. Үҙебеҙ ҙә яңы сорттар сығарабыҙ. Өс лимон һәм ике цитрон сорты беҙҙә сығарылды. "Ләйсән", "Салауат", "Урман" лимондары, "Уралтау" һәм "Зилә" тигән цитрон сорттары Дәүләт сорт комиссияһында теркәлде. Быйыл 20 тонна лимон уңышы йыйып, сауҙаға сығарҙыҡ. Конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ. Новосибирскиҙа үткән конкурста беренсе урын яулауға ирештек.
25 йыл буйы капиталь ремонт үткәрелмәүенә бошонабыҙ, торбалар ныҡ серене, таушалды. Шуға күрә никах теркәү йолаларын, экскурсиялар үткәреп, әҙерәк аҡса эшләйбеҙ. Былтыр экскурсияларҙа, фәнни тикшеренеү маҡсаттарында Башҡортостандан, бар Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 30 меңләп кеше ҡабул иткәнбеҙ. Беҙ лимонды өйҙә үҫтереүселәр өсөн үҫентеләр әҙерләйбеҙ. Ләкин өй шарттарында көршәктә үҫтергән лимондар ҙур уңыш бирмәй. Ә беҙ тупраҡта, ерҙә, тәбиғи шарттарға яҡыныраҡ плантацияла мул уңыш алабыҙ.
Бүтән экзотик үҫентеләр, сәскәләр ҙә байтаҡ лимонарийыбыҙҙа. Уларҙы ресторандарға һорайҙар, офистарҙы биҙәү, өйҙә үҫтереү өсөн алырға теләйҙәр. Ғорурлығыбыҙ - коллекциябыҙҙағы тропик үҫемлектәр.
Башҡортостандың бүтән төбәктәрендә, мәҫәлән, Сибайҙа, лимон плантацияһын ойошторорға теләүселәр бар. Ырымбурҙан, Нальчиктан, Әзербайжан, Татарстан һәм башҡа төбәктәрҙән дә лимонарийҙар булдырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп. Беҙ ярҙам итергә әҙер, хәҙер теплицалар төҙөү өсөн уңайлы, сифатлы материалдар ҙа етерлек".