Янғынға ҡаршы бергәләп көрәшәйек!

Ни өсөн республикала янғын осраҡтары арта?

Асыҡ студия
Янғынға ҡаршы бергәләп көрәшәйек!
Асыҡ студия

Бөгөн иғтибар үҙәгендә ошо мәсьәлә.

 

Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса 22-се отряды етәксеһе Рәсим Абдуллин менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә. 

 

Рәсим Абдуллин: "2015 йылдың 19 ғинуарына тиклем Өфө ҡалаһында 39 янғын сығыу осрағы теркәлде. Уттан ете кешене ҡотҡарып алып ҡалдыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кеше янғында һәләк булды. Был фажиғә күберәк һаҡһыҙлыҡ арҡаһында  килеп сыға. Янғындарҙың күпселек өлөшө электр приборҙарының төҙөк булмауына йәки оҙаҡ ваҡыт эшләп тороуына бәйле. Араҡы эсеү, тәмәке тартыу ҙа йыш ҡына бәлә-ҡазаға килтерә. Кешеләр үҙҙәрен дә ҡайғыртмай, күрше-күләндәре, башҡалар хаҡында ла уйланмай. Битарафлыҡ көслө беҙҙең халыҡта. 

Күп ҡатлы йорттарҙа янғын сыҡҡан осраҡта эвакуациалау эше ойошҡан рәүештә алып барыла. 20, 55, 60 метрлыҡ баҫҡыстар ҡулланыла, техника, элемтә саралары менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. 

Һуңғы йылдарҙа ирекле янғын һүндереү йәмғиәттәре барлыҡҡа килде. Улар бик әүҙем эшләй, беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Профилактика эшен дә уңышлы алып бара.  

Янғын һүндереү эшенә йәштәр килә, белгестәр әҙерләйбеҙ. Эш хаҡы яҡшы.

Янғындар ҡышҡы айҙарҙа ла, йәй миҙгелендә лә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Электр приборҙарының, көнкүреш техникаһының төҙөк булыуын даими тикшереп тороғоҙ. Мунса яҡҡанда ла уяулығығыҙҙы юғалтмағыҙ. Практика күрһәтеүенсә, яғылған мунсалар ҙа фажиғәгә юл аса. Янғынға килтергән сәбәптәрҙе балаларға яҡшылап аңлатығыҙ, был осраҡта нимә эшләргә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген төшөндөрөгөҙ.

Бер-беребеҙгә иғтибарлы булып, бергәләп көрәшкәндә генә ҡазалар булмаҫ, кешеләр ҙә, дәүләт тә зыян күрмәҫ.

Балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр, мәктәп уҡыусылары араһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Был әлбиттә, һөҙөмтә бирә. 

Онотмағыҙ, янғын сыҡҡан осраҡта кеҫә телефонынан - 112, стационар телефондан - 02 һандары буйынса хәбәр итегеҙ. Барығыҙға ла именлек теләйем".

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти