Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Үткән йәкшәмбе Бөтә донъя ҡар көнө билдәләнде. Икенсе төрлө Халыҡ-ара спорттың ҡышҡы төрҙәре көнө тип атала, ләкин бынан мәғәнә үҙгәрмәй - халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе, сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү.

Асыҡ студия
Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух
Асыҡ студия

 

Башҡортостан мәғариф министрлығы ҡарамағындағы уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм Олимпия резервын әҙерләү буйынса идаралыҡ етәксеһе Рәшит Кәримов менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.

 

Рәшит Кәримов: "Иғтибарҙы күберәк балалар спортын үҫтереүгә, ябай мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы спортҡа йәлеп итеү, уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеү кеүек эшкә йүнәлтәбеҙ. 2011 йылдан ябай мәктәптәрҙә физик культура дәресен аҙнаһына өс тапҡыр уҙғарыу ҡаралған. Мәктәптәрҙә был эште яйға һалыу еңел булманы. Уны кәрәкле инвентарь  етешмәүе менән аңлатырға була. Федераль субцидиянан 75 млн-ға яҡын аҡса бүленеп, шуны 46 районға бүлдек. Был мәктәптәрҙә спортты үҫтереүгә ҙур ярҙам булды. Спорт секциялары, түңәрәктәр күбеһенсә бушлай үткәрелә. Уҡыусыларҙың һайлау мөмкинлеге бар. Ҙур спортҡа килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул күп сығым талап итә. ГТО-ны яңынан тергеҙеү буйынса Мәғариф һәм спорт министрылығы берлектә эш алып бара. 2015 йылдың 1 сентябренән ошо йүнәлештә эш башланасаҡ.  6 йәштән 70 йәшкә тиклем һәр йәшкә ҡарата норматив билдәләнгән".

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Уфимская волна