Һүҙ ирке һәм дин

Донъялағы ижтимағи-сәйәси өлкәлә бөгөн иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – ул Франциялағы “Шарли Эбдо” сатирик журналы хеҙмәткәрҙәренә һөжүм итеү. Париждағы ваҡиға йәмғиәттә төрлө ҡараш тыуҙырҙы.

Асыҡ студия
Һүҙ ирке һәм дин
Асыҡ студия

 

Билдәле яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов һәм Ислам фәндәре, ғәрәп теле мөғәллиме Ғәбделғәзиз хәҙрәт Дилмөхәмәтов менән Вадим Лаврентьев ҡатнаша.

 

Марсель Сәлимов: "Сатира һәм юморҙың роле ҙур, ләкин ул бөтә нәмәне емерергә хаҡлымы икән?! Франциялағы хәл ҡатмарлы, әммә беҙҙең Башҡортостан өсөн ябай. Был этик мәсьәләне беҙ күптән хәл иткәнбеҙ. Көлөү менән мыҫҡыллау араһында айырма ҙур. Изге Пәйғәмбәрҙән көлөү бер ҡасан да булманы һәм булмаясаҡ та. Дин тотоусыларға ихтирам менән ҡарайбыҙ. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең йөҙөн күрмәгән, белмәгән килеш сатирик образ итеп тыуҙырыу, журналист этикаһына яраҡлы хәл түгел, был ҙур хата. Икенсе яҡтан, нисек кенә булмаһын, кеше ғүмерен ҡыйырға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Балалар, ололар араһында дини әхлаҡһеҙлеккә ҡаршы көрәш алып барырға кәрәк".

 

Ғәбделғәзиз хәҙрәт Дилмөхәмәтов: "Европала булған хәлде “провокация” тип уйлайым. Ислам ул - тыныслыҡ дине, яман эш ҡылыуҙы тыя. Карикатура эшләүселәр ҙур гонаһ ҡылды. Сатира һәм юмор кешеләрҙең насар сифаттарынан ғына көлә ала. Яза килтертергә уйлаһаң, уның икенсе юлдары, алымдары бар. Кем ул мосолман кешеһе? Кешенең ҡулынан, теленән зыян күрмәгән кешене мосолман тип атайбыҙ. Был эште ҡылыусыларҙың этник мосолман булыуы ихтимал. Бәлки ислам динен аңламаған, намаҙ уҡымағандары ла булыуы бар. Әгәр кеше бер кешене үлтерһә  - ул барлыҡ халыҡты үлтереүгә тиң. Был турала изге Ҡөръән китбында әйтелә". 

Фото №1 - Һүҙ ирке һәм дин
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Акции БСТ