Ҡыш айҙарында асыҡ һауала, йылға, күлдә йөҙөү кешенең һаулығын яҡшыртамы?

24-25   ғинуарҙа баш ҡаланың Яҡутов паркында ҡышҡы йөҙөү буйынса Өфө ҡалаһы кубогына ярыш ойошторола. Унда күрше өлкә һәм төбәктәрҙән дә спорсыларҙың ҡатнашыуы көтөлә.  Fалимдар тикшереүенә ҡарағанда,  морждар араһында һыуыҡ тейҙереүселәр - 60, башҡа ауырыуҙарға бирешеүселәр - 30 тапҡырға кәмегән. Ысынлап та, ҡыш айҙарында асыҡ һауала, йылға, күлдә йөҙөү кешенең һаулығын яҡшыртамы?

Асыҡ студия
Ҡыш айҙарында асыҡ һауала, йылға, күлдә йөҙөү кешенең һаулығын яҡшыртамы?
Асыҡ студия

 

                Спортсы Салауат Аҫылбаев менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә. 

 

 

Салауат  Аҫылбаев: "Өфөлә  үҙебеҙҙең  морждар клубы  эшләй, уның сафтары арта  ғына. Был  шөғөлгә  килеүемә  бер  уңышһыҙ операциянан һуң һаулығымды аяҡҡа баҫтырырға  ныҡлы  теләгем  этәрҙе. Миңә  шундай бер  фекер  ныҡ  тәьҫир итте: бик  күптәр үҙ  һаулығын  бүтәндәр  ҡулына  тапшырып  ҡуя, табиптар  ярҙамын  ғына  көтә. Ә  бит һәр  кеше  үҙ  хәлен, мөмкинлектәрен  яҡшыраҡ  белә, ихтыярын йыйып, үҙен-үҙе сәләмәтләндерә  ала. Гимнастика, спорт, сынығыуҙың  аҡса  талап  итмәгән саралары ла хәтһеҙ  бит.

Һаулығымды  аяҡҡа баҫтырыу  теләге  менән, Өршәктә  ҡойондом, унда  боҙ  ҡатҡансы  һыу  индем. Артабан  морж  булып  киттем, фекерҙәштәрҙе осраттым. Морждар сәләмәт тормошто пропагандалай. Беҙҙең морждар клубы ағзалары араһында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә  әҙ  түгел. Ҡышҡы йөҙөүҙе спорт тип һанамаусылар, уны  бары  тик һауығыу, сынығыу  сараһына  индереүселәр  ҙә  осрай. Ләкин, минеңсә, ул спортҡа  ҡарай, төрлө  илдәрҙә морждарҙың ярыштары ойошторолоуы шуны һөйләй. Рәсәй ҡалаларында ла  ҡышҡы  йөҙөү  ярыштары йыш уҙғарыла. Өфөлә һәм Башҡортостанға  яҡын ҡалаларҙағы  чемпионаттарҙа  үҙем  дә   ҡатнашам, тәүге  урындарҙы  яулағаным бар. Киләсәктә ҡышҡы йөҙөү бик күп кешеләрҙе берләштергән һәм популяр спорт төрө булыр тигән ышаныс көслө. Беҙҙең клуб ағзалары булмаған кешеләр ҙә шөғөлләнә уның менән, морждар һаны арта ғына. Ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һалҡын һыуҙа сынығыу, ҡышҡы йөҙөү менән шөғөлләнеү һуң түгел, ихлас күңелдән беҙгә ҡушылырға саҡырам".

Фото №1 - Ҡыш айҙарында асыҡ һауала, йылға, күлдә йөҙөү кешенең һаулығын яҡшыртамы?
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии