Ни өсөн психолог һәм психотерапевтҡа мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡабыҙ?

Республика клиник психотерапия үҙәге белгесе Миләүшә Ғәзизова менән Зөлфиә Рәхмәтуллина әңгәмә ҡора.

Беҙҙең  үҙәктә  тәүлек әйләнәһенә ышаныс  телефоны  эшләй. Шылтыратығыҙ!  8-800-70-00-183. Һәр  кемгә  ярҙам итергә  тырышабыҙ".

   

Миләүшә  Ғәзизова: "Хәҙер  тормош  тиҙлегенә  күптәр  яраҡлаша алмай. Шуға  невроз сирҙәре, депрессия, йоҡоһоҙлоҡ, тынғыһыҙлыҡ, ғаилә  проблемалары  килеп тыуа. Кешеләр  үҙҙәренең  ябай ғына  эшенә, бәләкәй  генә  уңышына  ҡыуана  белмәй. Теле сериалдар, китаптарҙа  һүрәтләнгән  ҙур  байлыҡ, еңел  уңыш  үҙ  тормошоңдо  ҡороуға,  үҙ  хыялдарың  менән  йәшәргә  ҡамасаулай.  Сериалдарҙағы  стандарттар  кешелектең бик  аҙ  өлөшөнә генә  хас,  уларҙың  байтағы  уйлап  сығарылған. Үҙеңде  бәхетле  итеп  тойоу,  шул  стандарттарға  бәйле  түгел,  уларға  ынтылыу, көнләшеү  кәрәкмәй. Бәхетте ябай  тормоштан, башҡарған  эшебеҙҙән  таба  белергә  тейешбеҙ. Сабыйҙы биләүҙән  үк  бәхетле  булырға  өйрәтергә  кәрәк.

Наркотиктар  ҡулланыу   яһалма  рәүештә, көсләп  бәхет  тойғоһон  тыуҙырыу.

 

Һорауҙарығыҙ булһа, беҙгә 241-85-57 телефоны  буйынса мөрәжәғәт  итегеҙ.  Эскелектән  яфаланған  кешеләр  ҙә  килә  йә  уларҙы етәкләп  килтерәләр. Әммә беҙ  үҙе  ярҙам  алырға, һауығырға  теләгән  кешегә  генә  ярҙам итә  алабыҙ.

 

Ҡайһы берәүҙәрҙә минең  тормошта  барыһы ла ал да гөл, матур, яҡшы  булырға  тейеш  тигән  стереотип  йәшәй. Әлбиттә, уға  ынтылырға  кәрәк. Ләкин беҙҙән тормаған тәбиғәт ғәрәсәттәре, бәхетһеҙ  осраҡтар, хатта сәйәси ваҡиғалар килеп сығыуы бар. Тормошомда  нимә  генә  булһа  ла, мин  уны  үтә  алам,  минең  көсөм етәсәк, тип  йәшәргә  кәрәк.

 

Суицид  беҙҙең  илдә - ҙур  проблема. Уның  сәбәптәре  төрлө.  Ниндәй  генә  ауыр  хәлгә  тарығанда  ла, башҡа  яман уйҙар  килгәндә лә, тынысланырға  кәрәк. Шулай  эшләгәндә,  йыш  ҡына ауыр  хәлдән  сығыу  юлы  ла  табыла.  Бейек  йорт  ҡыйыҡтарынан  ташланып, иҫән  ҡалған  кешеләр:

-Ергә  табан  осҡан  мәлдә, ниңә  мин  былай  эшләйем  әле, йәшәгем  килә  бит тигән уй  башҡа  килә, - тиҙәр.        

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями