Көрсөклөк шарттарында фәнде үҫтереү

Аҙна башында Дәүләт Ййылышы-Ҡоролтайҙа түңәрәк өҫтәл үтте. Төп тема - илдең фән торошон күҙәтеү һәм уны үҙгәртеп ҡороу. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың фәнни-техник комплексын һөҙөмтәле ҡулланыу. Фәнде үҫтереү. Ошолар хаҡында бөгөн һүҙ.

Асыҡ студия
Көрсөклөк шарттарында фәнде үҫтереү
Асыҡ студия

 

Программала ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ҡадир Мәғәфуров һәм география фәндәре кандидаты Инбер Яппаров ҡатнаша. Улар менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмәләшә.

 

Ҡадир Мәғәфуров: "Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә фән юҡ, тип әйтергә була. Юҡ нәмәне нисек үҫтерәһең?! Фәнде ысын нигеҙгә һалып үҫтерергә теләһәк, Рәсәйҙе көрсөк хәленән күтәреү йәһәтенән уның һөҙөмтәһе  бер биш-алты йылдан күренәсәк. Һәр бер тармаҡ буйынса алдынғы ҡарашлы ғалимдарҙы бер урынға йыйып,  уларға эш ҡушылһа уның һөҙөмтәһе буласаҡ. Мин үҙем ике фәндең - иҡтисад һәм ауыл хужалығының хәлен яҡшы беләм. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә агрономияла бер нисә миллионсы тапҡыр ашламаның  уңышҡа ыңғай тәъҫирен иҫбат итеп яталар. Был үҫешме?! Төп фәндәр булып – иҡтисад һәм экология ҡала. Уларҙы математик теүәллек менән алып барырға ярамай. Республиканың фәнгә аҡсаһы, академиябыҙ, уның эсендә бер-ике институт бар. Башта булырға тейеш дәүләт заказы, табылырға тейеш башҡарыусыһы һәм унан һуң аҡса бүленергә  тейеш. Ә былайаҡсаны  нисек етте шулай бүлеп ултырыу фәнде үҫтереү түгел, киреһенсә тотҡарлау ғына".

 

Инбер Яппаров: "Беҙҙең илебеҙҙә фәнгә ҡараш нисектер, икенсерәк. Әйтәйек, үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында бөртөклө культураларҙың уңышы гектарына 8-10 центнер булғанда, уны 10 еткерергә бурыс ҡуйылды. Химия тармағына ҙур урын бүленде, кеше космосҡа осто, математика фәне үҫеште. Ә тәбиғәтте, уның ҡанундарын, кешегә йоғонтоһон өйрәнеүсе фәнгә бөтөнләй иғтибар булманы. Фәндең бөтә тармаҡтарына ла бер төрлө ҡараш булһа, ул ваҡытта, бөгөнгө көндә, беҙ ниндәйҙер һығымта яһай алыр инек, үҙебеҙҙең киләсәгебеҙҙе күрә алыр инек. Беҙҙә Фәндәр Академияһы булыуға ҡарамаҫтан, фәнде ойоштороусы орган юҡ. Эште шунан башларға тейешбеҙ".

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ