Ер, аграр реформа. Ауыл хужалығында импортты алмаштырыу мәсьәләләре

Ауыл  хужалығы  фәндәре  кандидаты,  профессор  Рәҙил Ҡыяметдин  улы  Мөхәмәтдинов  менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.  

Асыҡ студия
Ер, аграр реформа. Ауыл хужалығында импортты алмаштырыу мәсьәләләре
Асыҡ студия

 

Рәҙил Мөхәмәтдинов: "Ауыл  хужалығы  продукцияһын  етештереүселәр  хаҡ  күтәрә тип уйларға  ярамай.  Хаҡты  улар  күтәрмәй, бөгөн бит бойҙайҙың килоһын 5 һумға һаталар, һөттө халыҡтан литрын 8 һум менән йыялар.  Магазинда  иһә  ул  һөттөң литры  40-50 һумға  етә, икмәкте килолап иҫәпләһәң,  70-100  һум тәшкил итә. Тимәк, аҙыҡ-түлеккә хаҡ күтәрелеүҙә яуаплылыҡ аралашсыларға  төшә.    

Ауыл хужалығындағы бөгөнгө  көрсөктө бер-ике йылда еңәбеҙ тип әйтәләр.  Яңлышмайыҡ, был хәлдән сығыу 10-15 йыл талап итәсәк. Сөнки ауыл  хужалығына  ярҙам  етмәй, икенсенән, ауылда  эшләр  кеше  ҡалмай, ауыл ҡартая.  Сәсеүлектәрҙе  аяҡҡа баҫтырыу, ҡыҫҡарған мал иҫәбен арттырыу  бер-ике  йылда  ғына  атҡарыла алмай бит.

 

Ер реформаһы  тураһында  һүҙ  алһаҡ,  бығаса  булған  бөтөн унлап реформа  араһында  әлегеһе  - иң  насары. 50  миллион  гектар  ауыл хужалығы ере  эшкәртелмәй. Был - оло юғалтыу. Ауыл хужалығы продукцияһын күпләп һәм уңышлы  етештергән  райондар,  ауылдар элекке колхоздар һаҡланған урындарға тура килә. Былар -Тәтешле, Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Илеш, Дүртөйлө райондары. Ә ҡайҙа  фермерлыҡҡа күскәндәр, унда ерҙәр йүнләп эшкәртелмәй, тауар етештереү түбән кимәлдә. Сөнки бәләкәй майҙанда бер  трактор менән  ер эшкәртеү  ул  эш  түгел. Шуға  фермерҙың хәле бик ауыр. Бөгөн кире колхоздарға ҡайтмаған хәлдә лә, кооперативтарға ойошоу отошло булыр, минеңсә. Америкала ла кооперация юлын һайлайҙар. 

 

Импортты алмаштырыу өсөн, ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу  кәрәк, был тиҫтә ярым йыл  талап итә.   Көрсөктән сығыуҙы  аҡсаны уң  кеҫәнән һулына күсереү хәл итмәй. Завод-фабрика эшселәрен ҡыҫҡартыу түгел, киреһенсә, тәүлек  әйләнәһе  эшләтергә, етештереүҙе арттырырға тейеш". 

Фото №1 - Ер, аграр реформа. Ауыл хужалығында импортты алмаштырыу мәсьәләләре
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии