Cит ил студенттары менән алышыу программаһы нисек эшләй?

Илебеҙҙәге, шулай уҡ Башҡортостандағы бихисап уҡыу йорттарында сит ил студенттары менән алышыу программаһы уңышлы эшләп килә. Сит ил вәкилдәре Өфөлә - медицина, нефть, авиация-техник университеттарында уҡый. Беҙҙең йәштәрҙең дә башҡа дәүләттәрҙә белем алыу һәм тәжрибә туплау мөмкинлеге бар. Әлегә тиклем шулай булды. Ә бөгөн хәлдәр нисек?  Көнбайыштың санкциялары һәм Рәсәй индергән эмбарго белем алыу өлкәһенә йоғонто яһаймы?

Асыҡ студия
Cит ил студенттары менән алышыу программаһы нисек эшләй?
Асыҡ студия

 

Программала Башҡорт дәүләт аграр университетының халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге етәксеһе Лира Зорина, студенттар - Әлфиә Фәттәхова, Дамир Дәүләтов һәм Арсен Солтангәрәев ҡатнаша. Улар менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.

 

Лира Зорина: "Барлыҡ программаларыбыҙ ҙа үҙ көсөндә ҡалды. Чехиянан шылтыратып, студенттарыбыҙҙы практикаға саҡырыусы яңы партнерҙарыбыҙ ҙа барлыҡҡа килде. Әлегә тиклем Дания, Германия менән тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Шулай уҡ "туризм" тигән йүнәлешебеҙ бар. Уҙған йыл ун биш студентыбыҙ Төркиәлә гид булып эшләп ҡайтты. Сит илгә практикаға студенттарыбыҙҙы ебәреүҙән файҙа бармы, тигәндә яуапты һәр кем үҙе бирергә тейеш. Миңә ҡалһа файҙаһын эш тәжрибәмдә ҡулланыуҙа күрер инем. Тәүге шарт, сит телдәрҙе яҡшы белергә кәрәк.

Эмбарго үҙебеҙҙең фермерҙарға аяҡҡа баҫырға ярҙам итер тип уйлайым. Хеҙмәттәштәрем дә ауыл хужалығы үҫешһә, фермерҙарҙың да эше алға китер, тигән өмөттә".

 

Әлфиә Фәттәхова: "Германияла кеше өсөн хеҙмәт беренсе урында тора. Шуның өсөн дә ауыл хужалығы ныҡ үҫешкән. Мин эшләгән фермала 200 һыйыр малы бар һәм көнөнә ике мең литр һөт етештерелә ине. Айына 250 евро эш хаҡы түләнеләр".

 

Дамир Дәүләтов: "Мин Көнбайыш Германияла булдым. Ғөмүмән, ундағы халыҡтың эшкә, ауыл хужалығына мөнәсәбәте бөтөнләй икенсе. Алған эш хаҡына Франция, Голландия, Испания илдәрен күреү мөмкинлеге алдым. Киләсәктә практикаға барыусыларға тырышып эшләүҙәрен теләйем".

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями