Тарихи дөрөҫлөк булһын!

Бөгөн Европаны фашизмдан азат итеү мәсьәләһендә көнбайыштан ишетелгән ҡайһы бер оятһыҙ уйҙырмалар тураһында һөйләшмәксебеҙ. Мәктәптәрҙә тарих дәрестәрендә икеле фекерҙәр белдерелмәҫкә тейеш. Юғары уҡыу йорттарында бәхәстәр булһын, ләкин һөҙөмтәлә тарихи дөрөҫлөк тантана итһен. Һәм башҡалар. "Асыҡ студия" сығарылышында тап ошо мәсьәләне күтәрергә йыйынабыҙ ҙа.

Асыҡ студия
Тарихи дөрөҫлөк булһын!
Асыҡ студия

 

Башҡорт дәүләт университетынан тарих фәндәре кандидаты Рәсих Зәйтүнов менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.

 

Рәсих Зәйтүнов: "Беҙҙең илебеҙ - СССР Икенсе донъя һуғышында еңеүсе халыҡ булып сыҡты. Ветерандарҙың балалары, ейәндәре булараҡ бының менән ғорурланабыҙ. Һәм Бөйөк Еңеүҙе беҙ, тарихсылар, бер кемгә лә бирмәйәсәкбеҙ. Килеп сыҡҡан низағтарға, сәйәси интригаларға бирешмәйәсәкбеҙ. Әле донъяла мәғлүмәти һуғыш бара. Тарихсылар, сәйәсмәндәр, дипломаттар ошондай “хамелеон” һүҙҙәргә тарихи ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән яуап ҡайтарырға тейеш. Бөйөк Ватан һуғышы ҙур ваҡиға һәм шул уҡ ваҡытта ҙур һабаҡ та. Ҡайһы бер илдәрҙең халыҡ араһында тарихҡа ҡаршы “кире ҡараш” тәрбиәләүе мәҙәниәтһеҙлек. Ошо ҡатмарлы осорҙан илебеҙ еңел генә сығып китһен ине".

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
БАШКОРТТАР-БСТ