Һәр февраль Афғанстанда хәрби бурысын үтәгәндәрҙе иҫкә алыу көнөн - хәтер көнөн билдәләйбеҙ. Тау-таштар араһында башын һалғандарҙың ғаиләләренә, туғандарына түҙемлелек теләйбеҙ.
15 меңдән ашыу Совет һалдаты һәләк булды унда.
Программала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, өс һуғышты - Абхазия, Чечен һәм Афғанстан яуҙарын үтеүсе Иршат Фәхретдинов ҡатнаша.
Уның менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмәләшә.
Иршат Фәхретдинов: "2013 йылда Дәүләт Думаһы депутаттары алдында Афғанстандан Совет ғәсҡәрҙәрен сығарыуҙың 25 йыллығына ҡарата миҙал булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаным. Мөрәжәғәт ҡабул ителде. Беҙҙең республиканан 9 меңгә яҡын егет Афғанстанда булып, улар араһында контузия алып, ғәрип булып ҡайтҡандары ла бар. 25 йыллыҡҡа илдең Оборона министры тарафынан миҙал тапшырылды, ошо көндәрҙә мәктәптәрҙә “Батырлыҡ дәрестәре”ндә ҡатнашабыҙ.
Район һәм ҡала хакимиәттәрендә ошо датаға бәйле тантаналар үтә. Фатирҙар бүленә, өҫтәлмә пенсия, ял йорттарына путевкалар ҡаралған.
15 февраль беҙҙең өсөн оло байрам.
Афғанстан – тарихтың бер бите һәм беҙ уны бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ!"