1 марттан Рәсәйҙең Ер кодексындағы үҙгәрештәр көсөнә инә. Улар ярайһы етди, һәр хәлдә илдәге һуңғы 14 йылда иң ҙур реформаға килтерә. Йәғни тиҙҙән, әйтелеүенсә - 1 марттан, муниципалитеттарға ҡараған ер бүлемдәрен биреү-алыуҙа яңы ҡағиҙәләр индерелә, улар хатта баҙар хаҡынан арзаныраҡҡа төшәсәк, тип тә раҫлана.
Програмала Башҡортостан ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының сектор мөдире Азамат Сәйетғәлин ҡатнаша. Әңгәмәне Рәсүл Сәғитов алып бара.
Азамат Сәйетғәлин: "629 ҡарар юридик һәм физик шәхестәрҙең күсемһеҙ милек объекттары урынлашҡан ерҙәрҙе ташлама шарттарында һатып алыуҙы билдәләне. Был ни өсөн кәрәк? Башҡа субъекттар менән сағыштырғанда беҙҙә ер фонды бик ҙур. Бының сәбәбе – юридик һәм физик шәхестәр ул ерҙәрҙе үҙ милкенә күсермәгән. Хөкүмәткә Һалым да аҙ килә. Ер хужалары булһа, ул ер биләмәләрен шәхси милеккә әйләндереү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлеге бирәсәк, кредит алыу шарттарын яҡшыртасаҡ. Был үҙ йәһәтендә республиканың иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаясаҡ".