Ватанды һаҡлау - һәр заманда ғорурлыҡ

Рәсәй оло байрамдарының береһе - илһөйәрлек байрамы тип әйтер инем - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә әҙерләнә. Ватанды һаҡлау, бурысмы ул, әллә һәр ир-егет өсөн ғорулыҡмы - уны һәр кем үҙенсә аңлай һәм аңлата.

Асыҡ студия
Ватанды һаҡлау - һәр заманда ғорурлыҡ
Асыҡ студия

 

Программала ғалим, әҙәби тәнҡитсе, запастағы диңгеҙсе Зәки Әлибаев ҡатнаша. Уның менән Бәйтулла Фәтҡуллин әңгәмәләшә.

 

Зәки Әлибаев: "Илһөйәрлек тойғоһо ҡандан күсә. Ниндәй генә осор булмаһын, әгәр ҙә илебеҙгә, дәүләтебеҙгә аяныслы мәлдәр янаһа, уны һаҡларға, яҡларға кәрәк һәм башҡорт бынан бер ҡасан да артҡа сигенмәгән, йәне–тәне менән бирелгән. Миңә 20 быуат аҙаҡтарында хеҙмәт итергә тура килде. Хеҙмәт итеүҙең, илһөйәрлектең  заман башҡа заң башҡа тигән әйбере лә бар. Советтар Союзын һағынып иҫләйем. Ул ваҡытта һалдат илен генә түгел, ил дә һалдатты һаҡлай торғайны. Бөгөн иһә йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләргә кәрәкме, юҡмы тигәндә, ул баланың аңына, булмышына ата-әсәнән, тәрбиәләнгән мөхиттән һалынырға тейеш. Үҙем өс ул тәрбиәләйем һәм уларҙың береһенә лә һин армияға барма тип әйтмәйем. Улар хәрби хеҙмәткә барырға әҙер тип уйлайым. Илһөйәрлек тойғоһо бер ҡасан да юҡҡа сыҡмаясаҡ”. 

Фәне барҙың хәле бар
Фәне барҙың хәле бар
Асыҡ студия
Йыйырбыҙ!
Йыйырбыҙ!
Асыҡ студия
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Асыҡ студия
Волна
Пенальти