21 февраль - халыҡ-ара туған тел көнө. Әсә телен һаҡлайыҡ!

Иртәгә Бөтә донъяла туған тел көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы беҙ ҙә әсә теле, уны үҫтереү тураһында фекер алышырға булдыҡ.

Асыҡ студия
21 февраль - халыҡ-ара туған тел көнө. Әсә телен һаҡлайыҡ!
Асыҡ студия

 

Программала “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова ҡатнаша. Уның менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә. 

 

Рәйсә Күзбәкова: ”2009 йылда башҡорт теле юғалыу янаған телдәр исемлегенә индерелде. Был хәүефле хәл. Шуның өсөн дә беҙ телде һаҡларға тырышабыҙ. Тәү сиратта, был халыҡтың үҙенә бәйләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө фекер яңғырай: тел дәүләт кимәлендә яҡланырға тейеш, ә шулай ҙа күп нәмә үҙебеҙҙән тора. Телебеҙҙән тартынмай,  уның матурлығын, нәфислеген күреп өйрәнәбеҙ икән, тимәк беҙ телде үҫтереүгә булышлыҡ итәбеҙ. Телгә һөйөү ғаиләлә һалынырға тейеш. Хәҙер күберәк балалар русса аралаша. Сәбәптәре йәнәһе лә, Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләү һәм башҡалар. Күп предметтар русса уҡытылып, балаларыбыҙҙы русса фекерләргә өйрәтәбеҙ түгелме?! Бөгөн мәктәп балаларҙы туған телдән айырыу функцияһын үтәп ҡуя күрмәһен”.

Фото №1 - 21 февраль - халыҡ-ара туған тел көнө. Әсә телен һаҡлайыҡ!
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ