Берәү әйтмешләй, Рәсәйҙә балалар спорты үлегә ҡарағанда, тере. Әгәр яңы программа төҙөлә икән, ул уны тулыһынса аяҡҡа баҫтыра аласаҡмы?
Программала Башҡортостан республикаһы мәғариф министрлығының спорт бүлеге етәксеһе Рәшит Кәримов, Өфө ҡалаһы Киров районы хаҡимиәтенең спорт бүлеге етәксеһе Артур Әлибәков һәм Бөрйән районы хакимиәтендә оҙаҡ йылдар спорт бүлеген етәкләүсе, бөгөн райондың эш менән идара итеүсеһе Ғайса Хәлитов ҡатнаша. Улар менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмәләшә.
Рәшит Кәримов: "Программалар финанс яҡтан нығытылырға тейеш. Һуңғы ике йыл эсендә республика һәм Рәсәй Хөкүмәте спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлде. 2014 йылда федераль субсидия алдыҡ. Бүленгән аҡсаға республикала 50 спорт залға капиталь ремонт уҙғарылды, 5 ябай аудитория спорт залына ҡулайлаштырылды. Спорт йыһаздары һатып алынды. Оптимизация бара икән, беҙҙең спорт бүлеге лә йыл да реформалана. Ә ни өсөн беҙгә ошо реформа нигеҙендә бер өс-дүрт йыл эшләп, шунан ғына һығымталар яһамаҫҡа?"
Артур Әлибаков: "2012 йылдан Өфө ҡала округына спортты үҫтереүгә бүленгән аҡса спорт комитеты аша һәр районға бүленә. “Спортты үҫтереү үҙәге” тип аталған предприятие асылды. Улар ошо программаға бүленгән аҡса менән фаҙаланып, райондарҙа ярыштар үткәрә. Иҡтисади көрсөк арҡаһында ике ҙур спорт объекты – көрәш майҙанын һәм гимнастика үҙәген төҙөү туҡтатылды. Күп кенә мәктәптәрҙә физкультура дәрестәрен шул уҡ башланғыс синыф уҡытыусылары үҙҙәре алып бара. Был предметҡа ҡарата мөнәсәбәттең тейешле кимәлдә булмауын аңлата түгелме?"
Ғайса Хәлитов: "Программа республика, федераль кимәлдә төҙөлгән саҡта ниндәйҙер сумма һалына. Ә район һәм ҡалаларҙа ошо программа нигеҙендә программа төҙөгәндә урындағы бюджеттан шулай уҡ аҡса ҡаралырға тейеш. 2014 йылдан һәр бер сығым программа нигеҙендә ҡулланылырға тейеш тип табылды. Финанс көрсөк заманында ярыштарға сығыу сикләнде. Спорт формалары алыу статьяларын бөтөнләй бөтөрҙөләр. Үҙем мәктәптә 25 йыл физкультура дәресе алып барҙым. Федераль программа нигеҙендә мәктәптә физик тәрбиә биреү алып барыла йә алып барылмай тип әйтеп булмай. Айырым спорт төрөн үҫтереү өсөн генә айырым финанс сығымдар булырға тейеш. Беҙ ауыл һәм ҡалаларҙа сәләмәт тормош алып барыу өсөн янып йөрөүсе кешеләр, шуға ла аҡса юҡлыҡҡа һылтанырға тырышмайбыҙ, төрлө юлдар эҙләйәбеҙ".