Әсә булыу - оло бәхет!

Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете – әсә булыуҙа. Яһалма аталандырыу – төрлө сәбәптәр менән түлһеҙ ҡалған һәм ата-әсә булыу бәхетенә эйә булырға теләүселәр өсөн берҙән-бер сара.

Асыҡ студия
Әсә булыу - оло бәхет!
Асыҡ студия

 

Республика перинаталь үҙәгенең өҫтәмә репродуктив технологиялар бүлеге етәксеһе Рәмилә Үҙәнбаева менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмәләшә.

 

Рәмилә Үҙәнбаева: ”Перинаталь үҙәк асылыуға 10 йыл тулды. Ошо арауыҡта беҙҙең үҙәк оло ҡаҙаныштарға өлгәште. Үҙәктең төп эшмәкәрлеге бала табыу һәм ғаиләне планлаштырыу, көтөлмәгән йөклөлөктө, енси юл менән таралыусы сирҙәрҙе иҫкәртеү, нәҫелдән килгән һәм тыумыштан килгән ауырыуҙарҙы дауалау.

Федераль программа нигеҙендә ғаилә парҙарына Мәскәү, Санкт-Петербургҡа йүнәлтмә бирәбеҙ. Бында өс категория ҡаралған: ғаилә парының түлһеҙлегендә ике заттың да ҡатнашлығы булһа;  тикшеренеү үтеп тә балаға уҙмауҙың сәбәбе асыҡланмаһа; өсөнсөһө – ВИЧ инфекция менән сирләгән ғаилә парҙары  федераль үҙәктә ЭКО-ны бушлай үтә ала.

Процедураның уңышлы булыуы төрлө сәбәптәргә бәйләнгән. Беренсенән, ир һәм ҡатын-ҡыҙҙың йәшенә, сәләмәтлегенә, насар ғәҙәттәрҙең булмауына. Күп факторҙар тап килеүе мотлаҡ. Бүлек асылғандан алып ирҙәр күберәк мөрәжәғәт итә, ҡатындары менән бергәләп киләләр. Был һөйөнөслө күренеш.  Сөнки бала табыу бурысы ҡатын-ҡыҙға ғына йөкмәтелмәй бит. Түлһеҙлек менән яфаланған ғаилә парҙары беҙҙең үҙәктә сиратҡа баҫа ала. Мөрәжәғәт итегеҙ. Ә беҙ һеҙгә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә әҙер”.

Фото №1 - Әсә булыу - оло бәхет!
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Асыҡ студия
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
Асыҡ студия
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
7eget
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»