"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналына - 95 йыл

 “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы ойошторолоуға 95 йыл. Ошо айҡанлы программала баҫманың баш мөхәррире Салауат Кәримов һәм кәңәшселәр ҡоро ағзаһы, республика уҡытыу-ғилми методик үҙәге директоры урынбаҫары, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Миндибай Юлмөхәмәтов ҡатнаша. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара.  

Асыҡ студия
"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналына - 95 йыл
Асыҡ студия

 

 

Миндибай Юлмөхәмәтов: “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналын күптәр мәғариф өлкәһендә эшләүселәргә генә тәғәйенләнгән баҫма тип атай. Был дөрөҫ түгел. Бөгөнгө көндә халыҡ мәғарифы алдына бик ҙур бурыстар тора, ул яңы федераль дәүләт стандарттары нигеҙендә уҡытыуҙың сифатын күтәреү мәсьәләһе. Ошо темаға бәйле фекерҙәрегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе, кәңәштәрегеҙҙе күберәк яҙһағыҙ ине. Бөгөнгө шарттарҙа эшләүсе уҡытыусы өсөн улар бик мөһим”.

 

Салауат Кәримов: “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналындағы материалдар 9 телдә баҫыла. Башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, удмурт, немец, инглиз һәм француз телдәрендә донъя күрә яҙмаларыбыҙ. Журнал, тәү сиратта, методик баҫма. Уның бурысы уҡытыусыға, мәғриф хеҙмәткәренә ярҙам итеү. Төп бүлектәрҙең береһе – уҡытыу менән тәрбиә эше. Әле уҡытыусыларыбыҙ бик үк еңел булмаған шарттарҙа эшләй.

Бөгөн журнал ҙур ғына тираж менән донъя күрә. Республикала барлығы 36 мең уҡытыусы иҫәпләнә, уларҙың 17 меңе беҙ сығарған баҫманы алдыра. Журнал рәсәй төбәктәрендә лә таратыла. Беҙҙе татарстанда ла уҡыйҙар.

Мәғариф министрлығы, Хөкүмәт тарафынан төрлө конкурстар уҙғарыла, уларҙа ҡатнашығыҙ. Ә беҙ һеҙҙең һәр һүҙегеҙҙе баҫма аша халыҡҡа еткерергә тырышырбыҙ”.

 

          "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы тураһында тарихи белешмә:

 

Журнал 1920 йылда Стәрлетамаҡта нәшер ителә башлай. Тәүге атамаһы – “Мәғариф эштәре”. 1924 йылда Өфөгә күсерелә һәм “Белем” тигән исем аҫтында сыға. 1931 йылда “Культура революцияһы” тип үҙгәртелә. Журналға бөгөнгө исеме 1936 йылда бирелә. “Башҡортостан уҡытыусыһы”ның 95 йыллыҡ тарихы бар. Әммә баҫманың донъя күреүҙән туҡтап торған осорон да оноторға ярамай. Ул 1941 йылдан башлап 1952 йылға тиклем нәшер ителмәгән. “Башҡортостан уҡытыусыһын” етәкләгән шәхестәр араһында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары Имай Насыри һәм Ғөбәй Дәүләтшин да була.

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
БАШКОРТТАР-БСТ