Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ тауары араһында беҙҙә етештерелгәндәре булырмы? Тап ошоно асыҡлау өсөн республикала “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсы үткәрелә. Унда ниндәй предприятие һәм ойошмалар ҡатнаша ала? Ниндәй талаптар ҡуйыла? Ошо һәм башҡа һорауҙар - иғтибар үҙәгендә.
Программала Башҡортостандағы стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгенең бүлек мөдире Сабит Солтанов ҡатнаша. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара.
Сабит Солтанов: "Был конкурс беҙҙең өсөн ун бишенсеһе. Һәм ул биш номинация буйынса үткәрелә. Был конкурста республикала урынлашҡан һәр предприятие, һәр эшҡыуар ҡатнаша ала. Милектең формаһы әһәмиәткә эйә түгел. Еңеү яулаусылар артабан федераль кимәлдә “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсында ҡатнашыу хоҡуғы ала. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтың “Ҡыҙыл Пролетарий” заводы ун дүртенсе тапҡыр ҡатнаша. Аҙыҡ-түлек етештереү предприятиелары араһынан Мәләүез һөт-консерва комбинатын айырып әйтер инем. Конкурс шартына ярашлы ГМО ҡулланып эшләнгән аҙыҡ-түлек продукцияһы, дарыуҙар һәм тәмәке ҡатнаша алмай".