Диҡҡәтле булығыҙ! Юл хаталарҙы кисермәй

21 быуатты хаҡлы рәүештә фажиғәләр йөҙ йыллығы тип атарға мөмкин. Күпселекте юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар тәшкил итә. 2015 йылдың тәүге айында Башҡортостанда ғына 16 кешенең ғүмере аварияларҙа ҡыйылған. Был һандарға февраль айында Октябрьский ҡалаһы янында бер юлы һәләк булған 5 Ҡырғыҙыстан гражданы, Ҡырмыҫҡалы районында теркәлгән тетрәндергес ваҡиға инмәгән. Күңелһеҙ осраҡтарҙы нисек кәметергә?  Профилактика саралары менән генә маҡсатҡа ирешеп буламы?

Асыҡ студия
Диҡҡәтле булығыҙ! Юл хаталарҙы кисермәй
Асыҡ студия

 

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының  өлкән автоинспекторы Ленар Зиннуров менән Зөлфиә Рәхмәтуллина әңгәмәләшә.

 

Ленар Зиннуров: "Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөнгө көндә йәйәүлеләр ҡатнашлығы менән 34 юл фажиғәһе теркәлде. Өс кешенең ғүмере өҙөлдө, ҡалғандары төрлө тән йәрәхәттәре алды. Ошондай күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн төрлө акциялар ойошторабыҙ, фликерҙар таратабыҙ. Бындай акциялар мәғариф учереждениеларында ла ҡаралған.

“Водитель, иғтибар! Юлда йәйәүле” тигән профилактик сара  барлыҡ Рәсәй территорияһында уҙғарылды.

2015 йылдың 1 июлендә өҫтәлмә ҡарар үҙ көсөнә инәсәк. Ошо норматив документҡа ярашлы юл ситтәренән йөрөгән йәйәүлеләрҙең кейемдәрендә мотлаҡ рәүештә махсус яҡтыртҡыс предметтар булырға тейеш. Булмаған осраҡта йәйәүлегә 500 һум күләмендә штраф һалынасаҡ. Был - минималь күләм. Йәйәүлеләргә юл аша светофорҙың йәшел төҫөнә, тейешле урында ғына сығырға кәңәш итәм. Юл хаталарҙы кисермәй".

Фото №1 - Диҡҡәтле булығыҙ! Юл хаталарҙы кисермәй
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Акции БСТ