Изге тарихты нисек мәңгеләштерергә?

Студия ҡунаҡтары - 112 Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы директоры Илүзә Ғәйнуллина һәм тыл ветераны, "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни ойошмаһы ағзаһы Ләлә Биишева.

Асыҡ студия
Изге тарихты нисек мәңгеләштерергә?
Асыҡ студия

 

Тапшырыуҙы Гүзәл Ситдиҡова алып бара.

 

Илүзә Ишмөхәмәтова: "Беҙ  балалар  дауаханаһына китаптар йыйып тапшырҙыҡ. Китаптар балаларға бик  кәрәк, сөнки дауаханала ятыусылар күп уҡый. Улар  быға  бик  ҡыуанды".

 

- Ә ветерандар үҙҙәре  китап уҡыймы?

 

Ләлә Биишева: "Уҡыйҙыр ул. Үҙем китапты күп  итеп йыйып  ҡуйҙым, “Башҡортостан”  газетаһына  алып  барырмын тип торам. Сөнки  “Башҡортостан” газетаһы махсус акция үткәрә. Госпиталдә  ятҡайным, унда ла шул ветерандар килтерә  китаптарҙы, үҙҙәре  лә уҡый. Ә балаларҙы тәрбиәләү йәһәтенән яҡшы китаптар кәрәк. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылайбыҙ, ә һуғыш, еңеү тураһында йәш быуынға белем, мәғлүмәт, аҡыл  бирерлек  китаптар етмәй. Өлкәндәргә  лә  кәрәк  ул. Һуғышта ҡатнашҡан, ауыр  йылдарҙы  тылда кисергән яҙыусыларҙың әҫәрҙәре матбуғатта ла әллә ни күренмәй. Уларҙың һүҙе  дөрөҫлөктө, шул заман кисерештәрен туранан-тура  еткерә  бит.

 

- Данлыҡлы  112 Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында ла яҡшы әҫәрҙәр бик самалы…

 

Илүзә Ишмөхәмәтова:  "Улар бар. Тик күберәк рус телендә. Күптән түгел Борис Малородовтың “Несокрушимая  легендарная”  тигән  китабы  донъя  күрҙе.  Фәрит ағай Вахитовтың “Звезда Шаймуратова” тип аталғавн  китабы  ла сығырға  тора. Әлбиттә, Йыһат ағай  Солтановтың  Башкавдивизия  тураһында  төплө  китабы  бар. Ә  Яныбай  Хамматовтың, Әхтәм Ихсандың, Сәғит Әлибаевтың дивизияға арналған бик  күптән сыҡҡан китаптары хәҙер хатта китапханаларҙа ла юҡ. Уларҙы яңынан нәшерләргә кәрәк  ине.

 

Ләлә Биишева:  "Дивизияның “Ҡыҙыл атлылар”  тип аталған  фронт  газетаһы  музейҙа һаҡлана.  Һуғыш  тураһында  был  ҡиммәтле  документты  баҫып  сығарырға  ине".

 

Илүзә Ғәйнуллина: "Әле беҙҙә ошо газетаның күргәҙмәһе эшләй, ул  Миәкә районы Сатый ауылы мәктәбендә ҡуйылған. Һуғыш һәм тыл ветерандарын  хәтирәләрен, иҫтәлектәрен, һуғыш хаҡында ҙур тарихыбыҙҙы теркәүгә йәлеп итеү фарыз. Шайморатов дивизияһына дөйөм һәйкәл юҡ. Легендар генералға  Рәсәй Геройы исемен биреүҙе яҡлап 600 меңдән ашыу  ҡултамға йыйылһа ла, эш алға  китмәй. Уның ҡарауы, яңыраҡ  Липецк өлкәһенән  шылтыраттылар. Унда 9  майға  шул  ерҙәрҙә  фронтҡа  башлап ингән Башҡорт атлы дивизияһына һәйкәл асырға йыйыналар, беҙҙән  документтар, материалдар һорайҙар".   

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Акции БСТ