Ҡатын-ҡыҙға эшҡыуар булыу еңелме?

Бөгөн ойошма һәм предприятиеларҙа, компания һәм фирмаларҙа гүзәл заттарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Әлбиттә, 8-се март халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан. Беҙ ҙә байрам алды сығарылышына хөрмәтле һәм билдәле шәхестәрҙең береһен саҡырҙыҡ.

Асыҡ студия
Ҡатын-ҡыҙға эшҡыуар булыу еңелме?
Асыҡ студия

Әсә. Етәксе. Эшҡыуар.   

“Юлдаш” радиоһы студияһында ҡунаҡта “Ғәлиә” химик таҙартыу предприятиеһы генераль директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған көнкүреш хеҙмәткәре, “Йыл директоры-2005” Рәйлә Фәсхетдинова. 

                            Әңгәмәне Зөһрә  Арсаева алып бара.

Рәйлә Фәсхетдинова:

- Уҙған  быуаттың 90-сы йылдар аҙағында Америкаға күргәҙмәгә барғас,  ярты быуатҡа артта ҡалғаныбыҙҙы күреп аптыраным. Унда яңы технологиялар, яңы ҡорамалдарға контракттар  төҙөп, ҡайтҡас, үҙем етәкселек иткән предприятиены үҙгәртеп ҡорҙом. Эш  өсөн күпләп кредиттар алыуҙан ҡурҡманым. Хәҙер иң алдынғы химик таҙартыу  предприятиеһы булып торабыҙ, гел яңылыҡтарҙы индерәбеҙ. Күргәҙмәләргә йөрөйөм  Рәсәйҙә  лә, сит илдәрҙә лә, тәжрибә  өйрәнәм, заманса технологиялар  үҙләштерәбеҙ. Ҡаршылыҡтар күп кисерергә тура килә, бизнеста ҡатын-ҡыҙ булыуың һиңә  бер ташлама ла бирмәй. Әлеге  ваҡытта сит ил санкциялары  беҙгә  лә  йоғонтоһоҙ  ҡалмай. Шулай  булыуға ҡарамаҫтан, эшләйбеҙ, бирешмәйбеҙ.  Көнкүреш хеҙмәте тармағына  ҡараш ыңғайға үҙгәргән һымаҡ, шул әҙерәк өмөт  өҫтәгәндәй.

 

- Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн дәүләт ниндәй саралар күрергә тейеш?

 

- Шөкөр, артыҡ тикшереүҙәр менән хәҙер ул хәтле йонсотмайҙар. Әммә Башҡортостанға сит өлкәләрҙән эшҡыуарҙар килеп, аукциондарға инеп, хеҙмәт күрһәтеү хаҡын  төшөрә. Ни үҙҙәре йүнләп эшләй алмай, ни беҙгә  үҫергә  аяҡ  салалар. Үҙебеҙҙең республикала  Башҡортостан эшҡыуарҙарын яҡлау булһын. Сит өлкә һәм республикаларҙан килеүселәрҙе әллә ни индереп бармаһындар ине, бигерәк тә көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү тармағы бынан ныҡ зыян  күрә. Власть  беҙҙе  ҡаршылыҡтарҙан яҡлаһын, ярҙам күрһәтһен ине.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти