Тапшырыуҙы Гүзәл Ситдиҡова алып бара.
Студия ҡунағы - психолог Зәйнәп Рәсүл ҡыҙы Назарова.
Зәйнәп Назарова:
- Кеше психикаһы тәбиғәт торошона, уның закондарына ныҡ бәйле. Көҙөн һәм яҙын психикала ныҡ көсөргәнеш тыуыуы, депрессия шуның менән аңлатыла. Беҙҙең илдә етмәһә көрсөк факторы ла халыҡтың күңел торошона ныҡ ҡына тәьҫир итә. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ шундай хәлдәргә үтә һиҙгер. Миҫалға, бала тапҡан ҡатынды алайыҡ. Ул, бер яҡтан, бала тапҡанда һәм унан һуң көслө стресс кисерә. Ә әсәлек капиталын файҙаланып, ипотека алғас, икенсегә тағын ҙур кисерештәргә дусар була, сөнки кредит проценттары ныҡ күтәрелде, хаҡтар артты, тормош көтөү ауырлаша. Стресс, ауыр кисерештәр йыш осраҡта түлһеҙлеккә лә килтерә, ҡатындар шул арҡала бала таба алмай. Үҙенең тәрән стресс тоҙағына эләгеүен икәнен белмәүселәр ҙә бар. Берәй эшкә тотонорға, хатта уйларға теләге лә булмаған, көсө етмәгән хәлгә тарыусылар һирәк түгел. Кеше үҙе лә, уйҙары ла ҡышын боҙға туңған йылға шикелле ҡатып ҡала. Уны ялҡауланып ята тиеү генә дөрөҫ түгел, бындай хәлдә оҙаҡ ҡалыу хәүефле. Сөнки ул - күңел төшөнкөлөгө, тәрән стресс билдәһе. Депрессияның үлемгә лә килтереүе мөмкин. Шуға ундай хәлгә тарыһағыҙ, тиҙерәк табипҡа күренегеҙ. Әммә күп райондарҙа хәҙер психотерапевттар юҡ, исмаһам, невропатологҡа барып, белгес кәңәшен, дауаланыу сараларын алырға кәрәк. Ләкин үҙ белдегеңә, әхирәтең тәжрибәһенәйә интернетт кәңәштәренә таянып ҡына дауаланырға ярамай.
- Депрессия артында наркомания, суицид, эскелек ята. Дәүләт кимәлендә көрсөккә ҡаршы программа ҡабул ителде. Уйлауымса, күңел торошон хәстәрләүгә бәйле пункт та кәрәк булғандыр? Әллә, матди хәл яҡшырмай тороп, рухи күтәренкелек хаҡында һүҙ алып барыу урынһыҙмы?
- Һорау сетерекле. Хәҙер дәүләт ҡаҙнаһы ла ныҡ бушағас, нимә өмөт итергә ҡала?Ә иҡтисад тотороҡһоҙ саҡта араҡының хаҡын төшөрөп, дөрөҫ эшләнеләр. Был депрессияға ҡаршы сара түгел, ә халыҡ баш күтәрмәһен өсөн эшләнде. Наркомандар беҙгә хәҙер күп мөрәжәғәт итә, сөнки улар депрессиянан сығыуҙың бер юлы һөйләшеү, аралашыу икәнен яҡшы белә, шуға ла теләгән ваҡытта шылтыраталар, киләләр. Депрессияға бирешмәүгә физик әүҙемлек ныҡ ярҙам итә. Саф һауала эшләү, хәрәкәтләнеү, күнекмәләр, спорт файҙалы. Яҙ көнө бер айға булһа ла, интернетты һүндереп тороғоҙ. Дуҫтар, туғандар, күңелгә яҡын кешеләр менән күберәк аралашығыҙ, бер-берегеҙҙе ташламағыҙ. Был стрессты еңеүҙә бик файҙалы.