Балалар ялын хәстәрләү - өлкәндәр бурысы

Уҡыу йылы тамамланыуға өс ай ҡалды. Әммә уҡыусыларҙың йәйге каникулын хәстәрләү, уны сифатлы, хәүефһеҙ һәм файҙалы итеп ойоштороу – көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Быйыл ниндәй лагерҙар һәм шифаханалар балаларға һаулыҡтарын нығытырға, көс туплап 1 сентябрҙе уңышлы башларға ярҙам итер? Күпме аҡса ҡаралған?  Путевкаларға хаҡ артҡанмы?

Асыҡ студия
Балалар ялын хәстәрләү - өлкәндәр бурысы
Асыҡ студия

Әңгәмәсебеҙ – республика Мәғариф министрлығының балаларҙың ялын ойоштороу, тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге етәксеһе Мәрүә Ғилметдинова.

 

Мәрүә Ғилметдинова:

 

- Йыл һайын республика бюджетынан балаларҙың йәйге ялын ойошҡан итеп уҙғарыу өсөн күп кенә аҡса ҡаралған. Республикала ял итеү үҙәктәре бик күп. Мәҫәлән, ҡала ситендә 95 шундай лагерь булһа, Ульяновск өлкәһен алғанда, унда уларҙың һаны ни бары 20 генә. Был йәһәттән беҙ һанға ғына түгел, тәү сиратта, эшләү сифатына, хеҙмәтләндереү кимәленә иғтибар итәбеҙ.

Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан “Артек”, “Орлёнок” пионер лагерҙарына йыл да квота бүленә. Разнарядка ҡала һәм район мәғариф идаралыҡтарына ебәрелә, өлгөлө уҡыусылар һайлап, ялға оҙатыла.

Быйыл өлкән синыф уҡыусылары өсөн дә мәктәп эргәһендә ял һәм хеҙмәт лагерҙары эшләйәсәк. Өҫтәлмә белем биреү учереждениелары программаларына ярашлы йәй буйы палаткалы һәм профилле лагерҙарҙан башҡа, слёт, ярыштар, төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторасаҡбыҙ.

Мәғариф министрлығының реестры булдырылған, ул беҙҙең министрлыҡтың рәсми сайтында. Унда инеп ата-әсәләр балаларын ҡайһы лагерға ебәрергә икәнлеген, ниндәй хаҡтар булыуын асыҡлай ала.

18-20 мартта республика кәңәшмәһе үтәсәк. Унда балаларҙың ялын ойоштороусылар саҡырылған. Улар үҙҙәренең лагерҙарына путевкалар ҙа тәҡдим итәсәк.

Балаларҙың ялы йыл әйләнәһенә ойошторола һәм һәр бер бала йылына бер мәртәбә булһа ла лагерҙарҙа һәм үҙәктәрҙә ял итергә тейеш.

 

Редакциянан:

 

Республика Мәғариф министрлығының рәсми сайты:

www.morb.ru

 

Телефон:

(347) 218 03 15

E-mail:

 

 

 

Өлгөлө башҡорт ғаиләһен нисек асыҡларға?
Өлгөлө башҡорт ғаиләһен нисек асыҡларға?
Асыҡ студия
Үткәне ҡәҙерленең үҫкәне хәйерле
Үткәне ҡәҙерленең үҫкәне хәйерле
Асыҡ студия
Роскадастр. Ҡағыҙлы архивтан -һанлы архивҡа
Роскадастр. Ҡағыҙлы архивтан -һанлы архивҡа
Асыҡ студия
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ